

Ошо маҡсатта район территорияһында инвалидтар һәм башҡа хәрәкәттәре сикләнгән граждандар өсөн объекттар һәм социаль инфраструктура хеҙмәтенең ҡаршылыҡһыҙ булыуын тикшергәндән һуң район үҙәгендә урынлашҡан мәҙәниәт һарайы һәм “Юбилейный” кинотеатрында ғына был талаптар үтәлеүе асыҡланды. Ә сауҙа объекттарына һәм башҡа социаль объекттарға мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡаршылыҡһыҙ инеү ауырлыҡтар тыуҙыра. Теге йәки был учреждениелар күтәрмәһенә пандустар ҡуйыла, һис юғы саҡырыу төймәләре менән йыһазландырыла, әммә уларҙың эшләү-эшләмәүен тикшереп сығырға кәрәк. Шулай уҡ, социаль объекттар, магазиндар алдында инвалидтар машиналарын ҡуйһын өсөн парковка урындары ҡалдырылырға тейеш - тип һөйләне иҡтисад һәм күҙаллау бүлегенең баш иҡтисадсыһы Илфат Хәмитов.
Район хакимиәтенең торлаҡ программаларын бойомға ашырыу буйынса сектор мөдире Эльвина Бакирова инвалидтар һәм инвалид балаларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Торлаҡҡа мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған хроник сирҙәрҙең ауыр формалары менән яфаланған кешеләр, инвалид балалы ғаиләләргә яҡынса 2,4 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тәғәйенләнә. Беҙҙең район буйынса был исемлектә 12 кеше иҫәптә тора. Һуңғы өс йылда әлеге категория буйынса 4 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән. Беҙ уларға документтар юллау эшендә ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине Эльвина Вәсим ҡыҙы.
Ҡырмыҫҡалы районы буйынса социаль страховкалау фонды бүлегенең баш белгесе Римма Кузьмина электрон сертификатҡа ҡағылышлы яңы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Хәҙер электрон сертификат менән реабилитация саралары (коляска, ҡултыҡ таяҡтары, ҡолаҡ аппараттары, памперс һ.б.) өсөн түләргә була. Уны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша дистанцион рәүештә йәиһә күп функциялы үҙәк һәм социаль страховкалау бүлектәре аша алырға мөмкин. Бының өсөн ғариза яҙыу, паспорт һәм “Мир” картаһы булыуы мотлаҡ, - тип аңлатты Римма Йәүҙәт ҡыҙы.
Торлаҡ биналарҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырып төҙөү тураһында район хакимиәтенең баш архитекторы Артур Айбулатов сығыш яһаны. Торлаҡ төҙөүселәр йорт төҙөр алдынан беҙҙән мәғлүмәт алып, фатирҙы инвалид кеше өсөн яраҡлаштырып төҙөй. Фатир мотлаҡ беренсе ҡатта булырға, уның майҙаны ҙурыраҡ, бүлмәләрҙең ишектәре һәм коридорҙар киң булырға тейеш, - тине ул.
Эйе, инвалидтарға ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса хәл итәһе мәсьәләләр күп. Беҙҙең көндәлек хәстәрлек бындай кешеләргә бер аҙ ваҡытҡа ғына булһа ла ауырлыҡтар тураһында оноторға ярҙам итергә, уларҙың күңелдәренә йылылыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс өҫтәргә тейеш.
Ынйы Бикҡужина.
Автор фотоһы.