

2023 йыл республикала Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан ул “Атайсалға – изге ғәмәлдәр” девизы аҫтында үтә. Атайсал – ул һинең кендек ҡаның тамған ер. Тыуған ауылыңды яратыу һинең ҡаныңда булырға тейеш. Һәр кем үҙен уратып алған мөхитен, тирә яғын бик ҡәҙерләп, яҡлап, хәстәрләп торорға тейеш. Шул саҡта ғына ул сәскә атасаҡ. Тыуған еренә, ауылыбыҙҙың яҙмышына битараф булмаған кешеләр беҙҙә бихисап.
Алайғыр ауылы халҡы ла үҙ тыуған төйәгенә изгелек эшләү ниәте менән ауыл эргәһендәге күл буйына шыршы үҫентеләре ултыртырға өмәгә сыҡты. Һуңынан мәсет, клуб эргәләре йәшелләндерелде. Был изге эште ауылыбыҙ старостаһы Тимур Абдрахманов, Фәнис Ғилманов һәм Илшат Ғәйнуллиндар инициатива күрһәтеп, ойоштороп ебәрҙеләр. Ярҙамға үҙ тракторы менән Фәнзил Нәзиров та килде.
Әйткәндәй, Фидаил Нәжип улы Ғилманов өс-дүрт йыл элек күл янын кәртәләп ағастар ултырта башлағайны. Был эште ул Себер тарафтарында бергә эшләп ҡайтҡан ауылдашы, дуҫы Фәнис Ғилманов менән башлап ебәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фидаил Нәжип улы барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, баҡыйлыҡҡа күсте. Атайсалым тип, янып-көйөп йәшәне, ауылға һыу, газ үткәреү буйынса ла ауыл, район хакимиәттәре тупһаһын күп тапаны ул. Аллаға шөкөр, хәҙер ауылыбыҙҙа газ да, һыу ҙа бар.
Уның изге ниәтен дауам итеп, ауылдаштары бөгөн ағас ултырттылар, ир-егеттең изге ғәмәлдәре беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ, тип уны йылы һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән иҫкә алдылар, мәсетебеҙҙең имам-хатибы Әхәт Ишемғолов уның рухына бағышлап аят та уҡыны.
Ағас ул кеше ғүмеренә оҡшаш. Тамыры - үткән ғүмеребеҙ, олоно – хәҙергеһе, ботаҡтары киләсәгебеҙ. Тиҙҙән үҫентеләр шәбәйеп үҫеп китерҙәр, ауылыбыҙҙы йәмләп матур бер парк барлыҡҡа килер, ағастарға ҡоштар ҡунып һайрар, илебеҙгә тыныслыҡ килер, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына ҡайтырҙар, тигән теләктә таралышты өмәселәр.
Ауылыбыҙ киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда!
Әлфиә ИРМӘКОВА.
Алайғыр ауылы.