Көн тәртибендә төбәктә таратылған дини әҙәбиәт, миграция иҫәбе алып барыу буйынса талаптар үтәлеү, мәсеттәрҙең һәм уның биләмәләрен рәсмиләштереү, йәш быуында рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү тураһында сығыштар яңғыраны. Мәғлүм булыуынса, 16 апрелдә Прибельский, Илтерәк, Подлубов сиркәүҙәрендә байрам, ә 21 апрелдә райондың 34 мәсетендә Ураҙа ғәйете уҙғарыласаҡ.
Мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы Рушания Хәмәтғәлимова комиссияның уҙған йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Дөйөм алғанда, дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса комиссияның эше ҡәнәғәт тип иҫәпләнә, тине ул.
Һүҙҙе дауам итеп, Прибельский, Ефремкин, Бүләкәй ауылдарында мәсет һәм сиркәүҙәрҙең ер биләмәләрен рәсмиләштереү буйынса эштәрҙең дауам ителеүе, балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында дин әһелдәрен ата-әсәләр йыйылыштарына саҡырыу өсөн мәктәптәргә ҡарарҙар ебәрелеүе, район китапханаһы бинаһында шаршамбы һайын 19.00 сәғәттә сит ил граждандарын рус теленә өйрәтеү буйынса курстар ойошторолоуы хаҡында хәбәр итте.
Дин әһелдәренә мөрәжәғәт итеп, дини ойошмаларҙың да грант эшмәкәрлегендә ҡатнаша һәм уларҙы үҙ ихтыяждары өсөн файҙалана алыуы хаҡында белдерҙе. Мәҫәлән, уҙған йыл республика буйынса федераль кимәлдә 19 заявка бирелгән, 4 дини ойошма еңеп сыҡҡан һәм республика һәм федераль кимәлдә барлығы 8 миллиондан ашыу грант алғандар. Әгәр ҙә гранттар алыу буйынса проекттар әҙерләргә ниәтләһәгеҙ, беҙ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, тине Рушания Фридон ҡыҙы.
Шулай уҡ ул дини ойошмаларҙың юридик яҡтан теркәлергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район хакимиәтенең иҡтисад һәм күҙаллау бүлегенең баш иҡтисадсыһы Илфат Хәмитов хеҙмәт коллективтарында сит ил граждандарын адаптациялау буйынса доклад менән сығыш яһаны. Был йәһәттән миграция хеҙмәте менән берлектә эш алып барылырға тейеш. Рәсәй территорияһына килеү менән мигранттар миграция ҡануниәтен, шул иҫәптән миграция иҫәбе алып барыу буйынса талаптарҙы үтәргә бурыслы. Эш биреүселәр тарафынан мигранттарҙы законһыҙ рәүештә эшкә алыу тыйыла.
Шулай уҡ үҙидара органдары, участковыйҙар миграция иҫәбен контролдә тотоу маҡсатында, сит ил граждандарынан ҡайҙа йәшәүҙәре һәм эшләүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынып, был хаҡта хәбәр итергә тейештәр, - тип һөйләне Илфат Йәүҙәт улы.
Алда торған ҙур, изге торған Рамаҙан айын үткәреү тураһында Ҡырмыҫҡалы районы буйынса имам- мөхтәсиб Ирек хәҙрәт Әбүталипов сығыш яһаны. Ул райондың барлыҡ дин әһелдәре исеменән район хакимиәтенә документтар юллау, яңылыҡтар менән таныштырып барыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, һәм артабан да ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйек, тигән теләген еткерҙе.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл хакимиәте башлығы Фидан Сәлих улының халыҡтан фытыр саҙаҡаһын махсус операцияла ҡатнашыусыларға бирергә яраймы тигән һорау килде, был хаҡта һеҙҙең фекерегеҙ нисек, тип һорауына Ирек хәҙрәт ыңғай яуап бирҙе. Һалдаттарыбыҙға фытыр саҙаҡаһы иҫәбенә бирелгән аҙыҡ-түлек махсус операция зонаһына апрель аҙағына тиклем оҙатыласаҡ.
Прибельский ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Суркова Ураҙа һәм Пасха байрамдары айҡанлы саралар үткәреү һәм май айында зыяраттарҙы тәртипкә килтереү тураһында һөйләне.
Шулай уҡ комиссия ултырышында Рәсәй мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзының Башҡортостан Республикаһы буйынса рәйесе Розалия Халиҡова күптән түгел беҙҙең районда төҙөлгән “Башҡортостан Республикаһында Рәсәй мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы” филиалы тураһында сығыш яһаны. Был филиалдың етәкселәре итеп Зифа абыстай Бикташева һәм Лилиә Ажигова тәғәйенләнде. Улар халыҡҡа ғәрәпсә дөрөҫ итеп уҡырға, яҙырға өйрәтеү буйынса һабаҡтар биреүҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эскелеген хәл итеү мәсьәләһендә райондың социаль хеҙмәттәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Бик кәрәкле һәм халыҡ өсөн көнүҙәк булған темалар тураһында һөйләшелде, кәңәшләшелде был ултырышта. Артабан да планға алынған мәсьәләләр