

Шуғалыр ҙа гәзитте көтөп алам, тиҙ генә танышам. Шунан аҙна буйына яйлап, бер һөйләмде лә ҡалдырмайынса уҡып, райондың тормошон күҙ алдына килтерәм. Районыбыҙ элек-электән, әсәйҙәребеҙ заманынан уңғанлыҡ, өлгөрлөк менән дан тотҡан. Хеҙмәт батыры Банат Батырова ла беҙҙең яҡташыбыҙ. Әлеге уңғандарҙы тик гәзит аша белһәм дә, шатланып бөтә алмайым. Ә гәзитебеҙ быны аңлағандай барлыҡ яңылыҡтарҙы яҡтырта. Медицина, баҡсасы кәңәштәре лә, иманға юл да “Даирә”беҙҙә! Гөлсәсәк Аласова, Фәниә Сәлимгәрәева, Фирүзә Рәхмәтуллина, Розалия Назарова, Фидат Юнысов, Рим Исхаҡов һәм тағы ҡалған туғандарҙың хәбәрҙәрен яҡындарымдан килгән хат һымаҡ ҡабул итеп уҡыйым. Рәхмәт һеҙгә, хәбәрселәр, “Даирә”лә эшләүселәр, уны йәшәтеүселәр!
Кинәнес менән уҡып, киләһе һанды көтөп ҡалыусы хеҙмәт уҙаманы Роза Ғимранова.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.