Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Апрель 2023, 13:49

Егеттең төнгө сәфәре фажиғәле тамамланған...

Был хәл Стәрлетамаҡ районында булған.    

Егеттең төнгө сәфәре фажиғәле тамамланған...Егеттең төнгө сәфәре фажиғәле тамамланған...
Егеттең төнгө сәфәре фажиғәле тамамланған...

Республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәр буйынса, төнгө сәғәт 3-тә Стәрлетамаҡ – Красноусол автомобиль юлының 24-се километрында “Ниссан Альмера” автомобиле водителе йәйәүлене бәрҙергән. 40-45 йәштәр самаһындағы ир алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған.

Мәғлүм булыуынса, автомобиль рулендә Ғафури районынан 21 йәшлек егет булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителде эскән-эсмәгәнлегенә медицина тикшереүе уҙғарғанда уның иҫерек булыуы асыҡланған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.

 “Иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү иң хәүефле хоҡуҡ боҙоуҙарҙың береһе булып тора. Эскән водитель юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға – пассажирҙарға, йәйәүлеләргә, башҡа водителдәргә ҙур хәүеф тыуҙыра. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ үҙ ғүмерегеҙ өсөн генә түгел, ә башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере өсөн дә яуаплы!” – тип иҫкәртә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Фото: @bash_gibdd

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас