Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Апрель 2023, 16:48

Өфөләге "пятачок"ты хәтерләйһегеҙме?

Танылған йырсы Әнүәр Нурғәлиев һағынып иҫкә ала был урынды. "Пятачок"ҡа бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ!

Өфөләге "пятачок"ты хәтерләйһегеҙме?Өфөләге "пятачок"ты хәтерләйһегеҙме?
Өфөләге "пятачок"ты хәтерләйһегеҙме?

Йырсы үҙенең сәхифәһендә Салауат Юлаев майҙанына экскурсия үткәргән. Һәм ошо тарихты һөйләгән:

- 90-сы йылдарҙа, хатта 2000 йылдарҙың башында бында "пятачок"ҡа йәштәр, студенттар йыйыла ине. Райондарҙан, бөтә Башҡортостан йәштәре. Ҡыҙҙар менән таныша инек, оҙата инек, гармундарҙа уйнап бигерәк күңелле ине. Майҙан шығырым тулы, хатта үтерлек түгел. Ятағыбыҙ "Башҡортостан" сауҙа үҙәге" яғында, кемдәр белә, шул белә. Был ваҡытҡа автобустар йөрөмәй, таксиға аҡса юҡ. Йәйәүләп ҡайтып китә инек. Таңғы 4-5-тәргә ҡайтып етәбеҙ, - тип йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлаша Нурғәлиев.

"Пятачок"ты әлеге лә баяғы баймаҡтар башлап ебәргән. Ни сыҡмаһын, уларҙан сыға инде. Был хаҡта ғалим, биология фәндәре докторы Сәфәрғәле Йәнтүрин һөйләгән.

«Ул саҡта Өфөлә беҙҙең райондан 45 кенә студент уҡыны. Берҙәм булғанға күрә, һан буйынса аҙ көйө лә көслө инек. Мәҫәлән, Салауат һәйкәле янындағы майҙанда бейеү йолаһын беҙ башлап ебәрҙек. Әлегеләй хәтеремдә: 1967 йылда район студенттары менән һабантуй үткәрҙек һәм иртәгәһенә Салауат һәйкәленә сығырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Шул көндән башлап “пятачок”ка йыйылып, ҡурайға бейеүҙәр башланды».

Дуҫтар, һеҙ ҙә "Пятачок"ҡа бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.

Автор:Инсаф Хужабирганов

Фотоларҙа Өфөләге хәҙерге ритайымдар: Юлай Кәримов.

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-04-10/f-l-ge-pyatachok-ty-h-terl-y-ege-me-3213934

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас