Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Апрель 2023, 18:19

"Темәс мунсаһына рәхмәт!" ти яугирҙәр

Был видеояҙмала гөрһөлдәп ишетелгән туп тауыштарына, эргәлә генә саперҙар миналарҙы шартлатыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең кәйефе көр, хәрбиҙәрсә.

"Темәс мунсаһына рәхмәт!" ти яугирҙәр"Темәс мунсаһына рәхмәт!" ти яугирҙәр
"Темәс мунсаһына рәхмәт!" ти яугирҙәр

Украинала барған махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарға Башҡортостан халҡы әленән-әле гуманитар ылау, төрлө ярҙам саралары ебәреп тора. Төрлө төбәктәрҙән тиҙ арала ялан шарттары өсөн ҡулайлаштырылған байтаҡ мунса ла оҙатылды.

Был видеояҙмала Баймаҡ егеттәре Темәс ауылы халҡы ебәргән мунса өсөн ихлас рәхмәтен белдерә. "Мунсаның тышына "Темәстәрҙән - батырҙарына!" тип яҙылған. Видеоны Бетерә ауылы егете төшөргән, һаҡлыҡ сараларын иҫәпкә алып, беҙ уның үҙе төшкән урынын интернетҡа һалмайбыҙ.

Егеттәр мунсанан бик ҡәнәғәт. Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡы мунса менән бергә барлыҡ кәрәк-яраҡты ебәреүҙе лә хәстәрләгән. 

Ут эсендә йөрөгән, ил именлеге хаҡына ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған батыр егеттәребеҙ Башҡортостан халҡының хәстәрлеге өсөн бик шат. Был видеояҙмала гөрһөлдәп ишетелгән туп тауыштарына, эргәлә генә саперҙар миналарҙы шартлатыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең кәйефе көр, хәрбиҙәрсә булыуы асыҡ күренә. Уларҙың барыһына ла имен-аман тыуған яҡтарына, ғәзиз кешеләре янына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. 

Фото: видеонан скриншот. 

Видео: Темәс төркөмөнән. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас