Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Апрель 2023, 09:57

Пластик шешәнең зыяны бармы?

Пластик шешәләрҙең дә төрлөһө бар. Иғтибарлы булығыҙ.

Пластик шешәнең зыяны бармы?Пластик шешәнең зыяны бармы?
Пластик шешәнең зыяны бармы?

 Сарсап һыу эсәһе килгәндә  һатыуҙа беренсе күргән  һыуҙы һатып ала һалып, тиҙерәк һыуһынды ҡандырырға тырышабыҙ. Һыуҙың ҡайҙан килтерелеүенә лә, пластик һауыттың сифатына ла иғтибар  итмәйбеҙ. Һуңынан был һауытҡа тағы һыу һалып алабыҙ, ауылдан һөт ташыйбыҙ, ҡайнатмалар тултырып һыуытҡысҡа туңдырырға ҡуябыҙ. Иғтибарлы булайыҡ,  шешәләрҙең дә һаулыҡ өсөн зарарлыһы була икән.

Һауыт төбөндәге тамғаларға иғтибар итәйек әле.

РЕТ йәки РЕТЕ

Бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған һауыт. Икенсе тапҡырға ҡулланһағыҙ, организмығыҙға   һелтеле элементтар, бактериялар эләгәсәк.

HDP йәки HDPE

 Зарарлы матдәләр бүлеп сығармаған сифатлы пластик. Белгестәр ошо шешәләргә ҡойолған һыуҙы ғына эсергә кәңәш итә. Ул пластиктың ҡаты төрө. Һөт , уйынсыҡтар, порошоктар һаҡлау өсөн ҡулланыла.

PVC йәки V

 Был материалдағы матдәләр  һеҙҙең гормональ балансығыҙға ҡурҡыныс янаған ике ҡурҡыныс химикаттан тора.  PVC-тан компьютер кабелдәрен тышлайҙар, сантехника өсөн торбалар, деталдәр, ҡояш нурҙарына сыҙам булғас пластик тәҙрәләр  эшләйҙәр.

LDPE

Пластик шешәләр, пласик пакеттар эшләгәндә ҡулланыла. Һыуға зарарлы матдәләр бүлеп сығара.

PP

Был пластик аҡ һәм тонок төҫтәге тондарҙа булла. Сироптар һәм йогурттар ҡаптары өсөн ҡулланыла. Полипропилен эҫегә бирешмәй, хәүефһеҙ.

PS

 Унан стакандар етештерәләр,  ризыҡты һаҡлау өсөн контейнерҙар эшләгәндә ҡулланалар. Полистирол пластиктың  ҡиммәтле булмаған, еңел төрө.

PC һәм тамғаһыҙ пластмасса

Пластиктың иң ҡурҡыныс төрө. Унда ризыҡ һаҡларға ярамай. Эндокрин системаны юҡҡа сығара торған бисфенол А тигән зараралы матдә бүлеп сығара.

   Пластмасса нисек кенә еңел, уңайлы булмаһын, быяла шешәләргә бер нәмә лә етмәй инде.

Фото: birzha-othodov.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас