Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Апрель 2023, 10:12

Барыбыҙ ҙа бер тигеҙ...

Зөлфиә кисәнән бирле икеләнә: әйтергәме әллә юҡмы? Күңелендә төйөн ҡалмаһын тиһә, кеше йәнен яралаясаҡ. Әйтмәй ҡалдырһа, иртәгә нимә булырын белеп булмай: әллә иҫән ҡала, әллә юҡ.

Барыбыҙ ҙа бер тигеҙ...Барыбыҙ ҙа бер тигеҙ...
Барыбыҙ ҙа бер тигеҙ...

Ә бит бындай осрашыу гел булып тормай. Бына бит, яҙмыш уларҙы 22 йылдан һуң тәүге тапҡыр осраштырҙы. Әйтерһең дә, үҙе үк күңелде бушатырға ҡуша. Эй, ҡәһәтле ине Зөлфиә ул саҡта! Дошман күреп (ә ирен ауырыуға һабыштырған, тура мәғәнәһендә теге донъяға оҙатҡан кешене дошман тимәй кем тиһен инде!), үҙ ҡулдары менән үлтерерҙәй ине. Ялыуҙар ҙа яҙып ҡараны, әммә, халыҡ әйтмешләй, ҡарға күҙен ҡарға суҡымай шул.
Дауахана палатаһында осрашырбыҙ, тип башына ла килтермәне. Ҡасандыр бөтә район уҡытыусыһын дер ҡалтырап торорға мәжбүр иткән Тәғзимә Вафил ҡыҙының бөгөнгө хәлен күреп, аптырауға ҡалды. Бер аҙ йәлләне лә. Ябыҡҡан, хәлһеҙләнгән, тауышы ҡалтыранып ҡына сыға. Өҫтөндәге кейеме лә алам-һалам ғына. Бары тик тишә яҙып текәлгән ҡарашы элекке етәксене хәтерләтә. Хәйер, ваҡыт тигәнең үҙен дә аяманы бит: ҡара оҙон толомдары йоҡарҙы, салланды, битен дә йыйырсыҡ баҫа башланы. Иртә тол ҡалыу ҙа эҙһеҙ үтмәне: ауыр эштән, ҡайғы-хәсрәттән һаулығы юғалды.
– Һаумыһығыҙ барығыҙға ла. Хәлдәрегеҙ нисек? Мин Сәлим Булатович булам, отпускыға киткән табип урынына ҡалдым. Алдағы ике аҙнала һеҙҙе ҡараясаҡмын. Кемдең ниндәй ялыуы бар?
– Ниндәй тәртипһеҙлек ул?! Ниңә ятҡан саҡта уҡ, хирург ялға китә, тип әйтмәнегеҙ? Мин бит нәҡ уға тәғәйенләп килдем! – Тәғзимә Вафил ҡыҙы шунда уҡ ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
– Беҙҙә отпуск график буйынса бирелә. Белеүемсә, һеҙгә операция кисекмәҫтән эшләнергә тейеш. Ә инде табип булараҡ һеҙҙә ышаныс уятмайым икән, бүлек мөдире менән хәл итегеҙ, – табип йәш булһа ла, ҡәтғи генә икән. Шулай ҙа башҡаларға йылмайып баҡты: – Һеҙҙең хәлдәр нисек? Минән ҡурҡмайһығыҙҙыр бит?
Зөлфиә таныш күренгән йөҙгә ныҡлабыраҡ баҡты: ҡайҙа күрҙе һуң әле? Сират үҙенә еткәс, табип та текәлде.
– Ой, Зөлфиә апай, һаумыһығыҙ! Хәлегеҙ нисек? Ниңә улай бирешеп киттегеҙ әле? – ҡатындың өндәшмәүен күреп, тиҙ генә таныша һалды. – Мин бит Сәлим, оло ҡыҙығыҙ Әлфиә менән параллель класта уҡыным. Рәмил Фәтих улында уҡыным, гел һеҙҙең өйгә барып йөрөй торғайным.
– Йөҙөң таныш шул, тик иҫемә төшөрә алмайым һис кенә. Ҡалай уңайһыҙ булды танымауым...
– Ғәжәп түгел, ул саҡта Рәмил ағай артынан тиҫтәләп бала эйәреп йөрөй торғайныҡ. Яратҡан уҡытыусыбыҙ ғына түгел, ихтирам иткән, өлгө алған ысын ир-егет тә ине бит. Йәл, бик йәшләй әрәм булды. 
– Шулай шул... Рәхмәт, ҡустым, йылы һүҙеңә. Уның тураһында йылы һүҙ әйтһәләр ҙә, күңелемә рәхәт булып китә.
– Мин уға һәр саҡ рәхмәтлемен. Ул уҡытҡанда рәхәт ине, ә аҙаҡ, ул үлгәс,  Өфөләге интернатҡа киттем бит. Тыуған мәктәбем унһыҙ ситкә әйләнде лә ҡуйҙы. Ярай, апай, һуңыраҡ һеҙҙең хәл-торошто, анализдарығыҙҙы ҡарармын да, тағы бер килеп сығырмын. Күре­шеүемә бик шатмын.
Палата эсе шып-шым булып ҡалды. Ирен иҫкә төшөрөүҙән болоҡһоған күңеле бер аҙ тынысланғандай булғас, Зөлфиә тороп ултырҙы. Сәсен тарап  йыйҙы. Сәй эскән сынаяғын сайҡатты. Шул саҡ ишек төбөндә ятҡан танышы тауыш бирҙе:
– Рәмил Фәтих улының ҡатыны, тиген инде. Дә-ә, Зөлфиә, бирешкәнһең, ҡартайғанһың. Танырлыҡ та түгел үҙеңде.
– Йәш бара бит, Тәғзимә Вафиловна. Мин нимә ул, ябай ауыл ҡатыны, 50-гә еткәс тә сүгә башлайбыҙ. Ә бына мәңге йәшәр, мәңге шәп булыр кеүек тойолған һин дә был хәлгә ҡалғас, ваҡыт тигәндәре ысынлап та аяуһыҙ, тип уйлап ҡуйҙым, – Зөлфиә бер аҙ өндәшмәй торҙо ла, танышын тағы ла әсерәк “сағырға” булды. – Тәҙрә зыңлатыр, кеше ҡурҡытыр тауышың да юҡ, үҙең дә ҡоро һөлдә...
– Ауырыу аш түгел шул, эстән ашай... – Тәғзимә Вафил ҡыҙы башҡа һүҙ ҡушманы.
Эш көнө тамамланыр алдынан табип палатаға ҡабат килеп инде:
– Зөлфиә апай, һеҙҙең ауырыу тарихы менән танышып сыҡтым, бер ҡурҡынысы ла юҡ. Тағы бер ҡат анализ алабыҙ ҙа, йөрәкте тикшерәбеҙ ҙә, барыһы ла тәртиптә булһа, ике көндән операция. Баш хирург менән һөйләштем, икәү яһайбыҙ.
– Аһ-аһ, миңә сират көтөргә, тиҙәр ине бит әле. Улай ҡапыл ғына булыр, тип уйламағайным...
– Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк. Ә сират өсөн борсолмағаҙ, бер кем дә зыян күрмәйәсәк. Килештекме?
– Ярай һуң улайһа...
Иртәгәһенә Зөлфиәне тегеләй-былай йөрөтөп, күп кенә тикшереү үткәрҙеләр. Һөҙөмтәләре бер тәүлектән әҙер була, тинеләр. Күңелендә шом булһа ла, ҡатын үҙен тыныс тоторға тырышты. Икенсе көндө уны бүлек мөдире саҡыртып, борсолмаҫҡа ҡушып, анализ һөҙөмтә­ләренең яҡшы булыуын әйтте. “Тәүге операция һеҙгә, шулай булғас, кистән сәй генә эсегеҙ, ә иртәнсәк клизма эшләтегеҙ. Һәм яҡшы кәйеф мотлаҡ!” – тип йылмайып сығарып ебәрҙе.
Палатаға килеүгә, Тәғзимә ризаһыҙ­лығын белдерҙе:
– Бөтә ерҙә танышлыҡ инде! Иреңдең уҡыусыһы булғас, сиратһыҙ операция эшләйҙәр. Ә мин ай буйы дауаханаға эләгә алмай йөрөнөм!
Зөлфиә лә аптырап ҡалманы:
– Аллаға шөкөр, ихтирамға, хөрмәткә күмелеп йәшәйем. Сөнки ирем бөтә күңелен, йөрәген уҡыусыларға биргән ысын уҡытыусы ине. Уҡыусылары урам­да күрһә лә рәхмәт әйтә. Үҙе генә күр­мәне, йәл. Ҡайһы бер ҡаты бәғерлеләр арҡаһында иртә китте! Икенсенән, мин ризаһыҙлыҡ белдереп, табиптарҙы яҡшы-насарға бүлеп, һайланып ятмайым. Әмәлем дә, хәлем дә юҡ. Ни яҙа, шуға ризамын.
Кәйефе төштө ҡатындың. Бер аҙ ты­ныс­ланыр өсөн аулаҡ урынға барып, балаларына шылтыратты. Әхирәте, һең­леһе менән дә һөйләшеп алды. Бүл­мәләштәре киске ашты тамамлауға ғына палатаға инде. “Асыҡҡанда ваҡыт гөбөргәйел кеүек яй үтә”, – ти торғайны һуғыш йылы ауырлыҡтарын күргән әсәһе. Шулай икән. Зөлфиә ваҡытты үткәрә алмай йонсоно. Уйламаған уйы, иҫләмәгән ваҡиғаһы ҡалманы. Асығыуҙан ғына түгел, ә борсолоуҙан йоҡоға китә алманы.
“Әйтергәме, әйтмәҫкәме? Иҫенә төшөрөргәме?” – теге икеләнеүе тағы иҫенә төштө. 
– Тәғзимә, йоҡлайһыңмы?
– Юҡ...
– Асыуланма, һиңә бер нәмә әйткем килә. Күрәһең бит, икебеҙҙең дә хәлдәр артыҡ шәптән түгел. Икебеҙҙең беребеҙ үлер ҙә, әйтер һүҙемде әйтә алманым, тип үкенес ҡалмаһын, тим...
– Үсәргә итәһеңме? Тик үсәрлек түгел: үҙең әйтмешләй, хәлдәр бер сама...
– Юҡ, тик бер хәлде иҫкә төшөргөм килә. Ирем Рәмилде мәктәп директоры вазифаһынан сығарырға килгәндә, мин һиңә инеп, миһырбанлы булырға, бары тик артыҡ тауыш-тынһыҙ ғына эш итеүеңде үтенгәйнем. Ә һин: “Бисә итәгенә йәшеренеп йөрөгән ир мәктәп менән идара итәме?!” – тип көлөп, битәрләп сығарып ебәргәйнең. Ни өсөн улай ҡыландың? Рәмил бер ваҡытта ла вазифаға йәбешеп ятманы, уҡытыусы ғына булып ҡалыуға шатланып риза булыр ине. Әллә ниндәй ялыу уйлап сығарҙығыҙ...
– Ялыу бар ине! Буштан-бушҡа бер кем дә директорҙы эштән ебәрмәй.
– Юҡты һөйләмә. Ялыуға ғына ҡараһағыҙ, ярты район мәктәптәре директорһыҙ ҡалыр ине. Кемеһе эсеп, аҙналап эшкә сыҡмай ятты, кемеһе мәктәп техникаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланды. Финанс мутлыҡтары ла, әхлаҡи яҡтан эш боҙоуҙар ҙа булды. Ә Рәмилдең физиканан олимпиадаға уҡыусылар алып бармауын сәбәп итеп, коллектив, ата-әсәләр алдында шау-шыу тыуҙырып, эштән ебәрҙегеҙ. Ялыу аноним, тинегеҙ. Уны ла бит һеҙ директор иткән әхирәтегеҙ менән икәүләп ойошторҙоғоҙ. Нимәгә кәрәк ине ул?
– Насар эшләне ул. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп булды.
– Был да ялған. Өс йылда беҙҙең мәктәп иң насар иҫәбенән алдынғылар рәтенә сыға башлағайны.
– ...
– Ярай, быларҙың барыһы ла булды, бөттө. Ә ниңә, исмаһам, Рәмилдең шул хәлдәрҙән һуң инфаркт менән дауаханаға эләккәнен белгәс, хәлен дә белешмәнегеҙ? Үлгәс ерләргә килергә, матди ярҙам бүлергә лә булыр ине...
– Үлгән мәлендә командировкала инем. Ә дауаханала ятҡанда уны, беҙҙе судҡа бирер өсөн алдашып, юрамал ята, тинеләр...
– Йә Хоҙай... Ниндәйҙер мәктәп креслоһы өсөн шундай түбәнселеккә төшөргә кәрәк инеме һуң? – Зөлфиә ҡулъяулығын эҙләп алып, күҙ йәштәрен һөрттө. – Хәтерегеҙҙәме икән, мин шунда: “Һеҙ әлегә вазифа биләйһегеҙ, шуға дуҫ, туған, тип йөрөгәндәр янығыҙҙа күп. Ҡасан да булһа ысын йөҙҙәрен күрерһегеҙ”, – тип әйткәйнем. Ысынға сыҡты бит. Курсташығыҙ, әхирәтем тип йөрөгән Файза Әхтәмовна хәҙер ҡайҙа? Уның улы ошо дауахананың баш табибы бит, ниңә ярҙам һорамайһың? Рәмил урынына директор итеп ҡуйғас, ай һайын ҡунаҡ булышып йөрөнөгөҙ түгелме?
– Күптән аралашҡан юҡ...
– Әлбиттә. Сөнки хәҙер һин – хаҡлы ялдағы ябай кеше. Файҙаң юҡ. Үҙеңде лә уның ялыуы буйынса эштән сығарыуҙарын беләһеңме? Уны әхирәт күреп бөтә сереңде, ҡырын эшеңде һөйләгәнһең, ә ул уны бик матур итеп үҙеңә ҡаршы ҡулланды. Урыныңды биләргә тырышҡан, тиҙәр хатта...
– Шулдыр, тип һиҙендем инде... Ни эшләйһең, һәр кемдә лә хата була.
– Эйе. Әммә мин 22 йыл буйы, Рәмил үлгәндән алып һине күрергә, йөҙөңә төкөрөргә, тип ҡәһәтләнеп йәшәгәйнем. Тик бындай бахыр хәлдә осратырмын, тип һис кенә лә уйламаным. Аллаһ алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ шул: байы ла, ярлыһы ла, түрәһе лә, ябайы ла. Кешелек сифатын ғына юғалтырға яҙмаһын.

 *   *   *
Операциянан һуң иҫенә килгәс, Зөлфиәнең тәүге һорауы: “Тәғзимә ни хәлдә?” – булды. Янына ингән шәфҡәт туташы: “Сәлим Булатович уға әлеге мәлдә операция эшләй”, – тине.
– Йә Раббым, уңышлы үтә күрһен. Уға ла, миңә лә, һәммәбеҙгә лә һаулыҡ бир, – ҡатын үҙ ҡылығына үкенеп, белгән доғаларын уҡып алды.

Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас