Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Апрель 2023, 09:25

Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Белорет һәм Әбйәлил райондарында ҡар яуған, Баймаҡта - көслө ел

Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Ҡар яуа. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Бөгөн республиканың күп райондарында ҡар яуып, рашҡы булһа, Әбйәлил һәм Белорет райондары ҡайтанан ап-аҡ ҡарға күмелде. Әйтерһең дә, ҡыш... Шуға күрә йәйге тәгәрмәскә күскән водителдәргә юлдарҙа һаҡ булырға, бигерәк тә Әбйәлил, Белорет һәм Баймаҡ тарафтарына юлға сығыуҙан бер аҙға туҡталып торорға кәңәш ителә. 

Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов  үҙенең телеграм-каналында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ашығыс иҫкәртеү менән мөрәжәғәт итте. «Әбйәлил һәм Белорет райондары биләмәләрендә ҡар яуҙы. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Транспорт саралары араһында тиҙлек хәрәкәтен, арауыҡты һаҡларға кәңәш итәм. Йәйге шинаға күсергә өлгөргән водителдәргә был райондарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш бирәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!» - тип хәбәр итә ведомство етәксеһе.

Көн яманы китер, шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2023-04-07/ar-yaua-yuldar-a-a-buly-y-3209676

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас