

Мөкәй ауылынан да ике ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар “Самурай” ҡушаматлы командирҙары етәкселегендә “Ватан” отрядында махсус хәрби операцияла ҡатнашасаҡ.
Ошо уңайҙан Мөкәй ауыл клубында хеҙмәткә китеүсе ауылдаштарҙы оҙатыу кисәһе уҙғарылды. Һалдаттарҙы оҙатырға бер кем дә буш ҡул менән килмәне. Кемдер тәмлекәстәр бешереп килтерһә, икенселәр бүләк тотоп килгән. Сәй табыны артында ауылыбыҙ абыстайы Зилә Хәмитова уларҙың иҫән-имен ҡайтыуын теләп, доғалар уҡыны. Әсәйҙәре икмәк тешләтеү йолаһын башҡарҙы. Өлкән апай-ағайҙарҙың һәр береһе ил һаҡсыларына хәйер-саҙаҡаһын тапшырып, изге теләктәрен еткерҙҽ.
- Һәр кем үҙенең мөмкинлектәрен, көсөн һәм оҫталығын аңлап, контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡарар итә. Ауылдаштарыбыҙҙың да һынатмаҫына ышанабыҙ, - тине улар.
Хеҙмәт итеү урынына йүнәләсәк ир-егеттәребеҙгә һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Ә осрашыуға килгән ауылдаштарыма ҙур рәхмәт әйткем килә, күрһәткән изгелектәре үҙҙәренә икеләтә ҡайтһын.
Гүзәл Сыңғыҙова.
Мөкәй ауылы