

Мәктәбегеҙ өсөн тауыш бирергә теләүселәргә төркөмдә үрҙә нығытылған яҙмалағы һылтанма буйынса үҙегеҙҙең районға үтергә һәм тәғәйен белем усағын табырға кәрәк. Уңайлы булһын өсөн директорының исем-шәрифен бирҙек. Тура үтергә лә була: https://vk.com/wall-35065816_273837
Тауыш биреү тамамланғас, уны иң күп йыйған 10 мәктәп билдәләнәсәк. Беренсе урынды алған белем усағына хәтәр шәп бүләк әҙерләнек - унда “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева үҙенең данлыҡлы "Мәктәп вальсы" йырын башҡарасаҡ! Бынан тыш, «Йәшлек» хәбәрселәре репортаж эшләйәсәк. Мәктәптең "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы бөтә республикаға шаулаясаҡ.
Тәүге ун урынды алған белем усаҡтары менән йыл дауамында гәзит биттәрендә танышырға мөмкин буласаҡ. Конкурста шулай уҡ мәктәп директорының социаль селтәрҙәрҙә эште ойоштороу һәләтенә баһа биреләсәк.
Мәктәбегеҙҙе ҡеүәтләгеҙ, тауыш бирегеҙ, һылтанмаһын дуҫтарығыҙға, чаттарға, "беседа"ларға ебәрегеҙ, сәхифәләргә алығыҙ! Тауыш биреү теүәл өс аҙна дауам итәсәк. 27 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡушымталар ябыласаҡ.