Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Апрель 2023, 04:58

Балаға туған телде рус теле ярҙамында өйрәтеп буламы?

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ технопаркында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының исем туйы үтте. 

Балаға туған телде рус теле ярҙамында өйрәтеп буламы?Балаға туған телде рус теле ярҙамында өйрәтеп буламы?
Балаға туған телде рус теле ярҙамында өйрәтеп буламы?

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ технопаркында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының исем туйы үтте. 

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның берлектәге проекты Башҡортостан Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, уҡытыусылар, филология фәндәре кандидаттары Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлина һәм Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтҡолова балалар баҡсаһында балаларға башҡорт телен өйрәтеү өсөн дидактик материалдар төҙөгән. Материалдарҙың төп бурысы шунда: сабый төрлө халыҡ әкиәтен тыңлау барышында айырым һүҙҙәрҙе генә башҡортса ишетә һәм хәтерендә ҡалдыра бара, ә тотош текст башлыса рус телендә өйрәнелә. Шулай уҡ кубиктар һәм пазлдар менән ҡыҙыҡлы уйындар әҙерләнгән. Төп маҡсат - телде насар белгән йә бөтөнләй белмәгән балаға туған телен өйрәтеү. 

Әлеге ваҡытта был дидактик материалдар һәм заманса уйындар Өфө һәм Салауат ҡалалары баҡсаларында һынау үткән. Тәрбиәселәр балаларға туған телде өйрәтеүҙә был алымдарҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләне. БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли белем биреү идаралығы начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов был проектҡа ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе:

- 2012 йылда Төркиәгә стажировкаға барып ҡайттым. Шунда тәүге тапҡыр ошо алым менән телде өйрәнеүҙәрен күрҙем. Әйтәйек, төрөк яҙмалары бер нисә инглиз һүҙе менән бирелә. Студенттар уларҙы уҡый һәм сит һүҙҙәрҙе еңел генә иҫендә ҡалдыра. Донъяла был методика киң таралған.   

Автор:Инсаф Хужабирганов

Фото: https://ye102.ru

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-04-05/bala-a-tu-an-telde-rus-tele-yar-amynda-yr-tep-bulamy-3206779

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас