

- Беҙҙең китап фондында 9526 мең китап иҫәпләнә. Урындағы һәм республика баҫмаларын алдырабыҙ. Бында элек-электән бер үк кешеләр, китаптар донъяһын үҙ иткән ауылдаш¬тарым йөрөй. Урта быуын китап уҡыуға һүлпәнерәк. Ә бына ололар һәм уҡыусы балалар бында теләп килә. Даими китап уҡыусыларыбыҙ ҙа етерлек. Камилә Әлмөхәмәтова, Флүзә Усманова, Сәрүәр Ҡайғолова, Зилә Ғәлиева, Рәүиә Хәмитовалар беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ. Барыһы ла ҡулыма китап алмайынса тора алмайым, рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмайым, тиҙәр. Оло апайҙар башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирә. Ә бына Зилә апай Ғәлиева һуғыш тураһындағы китаптар менән ҡыҙыҡһына. Китап һөйөүсе апайҙар китап алып ҡына уҡымай, бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, ауыл хакимиәте, мәктәп, мәҙәниәт йорто менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Каталог, фонд, сайт, иҫәп документацияһы алып барыла, ауылдың, райондың мәҙәни, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнайбыҙ. Уҡыусыларҙы китапханаға экскурсияға саҡырабыҙ, улар ҡатнашлығында төрлө саралар үткәрәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – ошо саралар аша китаптарҙы пропагандалау. Халыҡты китапханаға ылыҡтырыр өсөн сараларҙы күңелле, мауыҡтырғыс, зауыҡлы итеп үткәрергә тырышабыҙ. Һәр сара сиктәрендә китап күргәҙмәләре ойошторабыҙ. “Китапхана төнө”, “Китапханаға китап бүләк ит” һәм башҡа акцияларҙа ауыл халҡы теләп ҡатнаша. Әйткәндәй, үҙҙәренең шәхси китапханаһынан нәфис әҙәбиәт бүләк итеүселәр ҙә бар. Бигерәк тә элекке китапханасы Камилә апай Әлмөхәмәтова күпләп китаптар алып килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китапхананы йылытыу проблемаһы торғас, ҡыш көнө унда бигерәк һыуыҡ. Киләсәктә был мәсьәлә хәл ителер һәм йылы бинала осрашып, китап, гәзит-журналдар уҡып, рухи ял итергә мөмкинлек булыр, тип ышанам. Шунлыҡтан китап уҡырға теләүселәргә йорттарға йөрөп китап бирәм. Бынан тыш, күрше ауылдарға ла китап күргәҙмәһе менән сығам,- ти Татьяна Ивановна.
Татьяна Ивановна тормош иптәше Илдус Хәбир улы менән өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Аделина М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжының башланғыс кластар факультетында белем ала. Улдары Булат Түбәнге Төкөн мәктәбендә уҡый, ә төпсөктәре Динисламға биш кенә йәш, әлегә атай-әсәй наҙына иркәләнеп өйҙә ултыра.
Башкөллө яратҡан эшенә сумған Татьяна Ивановна ауылдаштарын серле китаптар донъяһына, аң-белемгә әйҙәй. Уға китаптарға саң ҡундырмаҫ уҡыусыларығыҙ күберәк булһын, тип теләйбеҙ.