Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
2 Апреля 2023, 06:27

Илап ҡаршы алды әсәләр һәм балалар...

Өфөгә йөҙҙәрсә һалдат СВО-нан ялға ҡайтты!

Илап ҡаршы алды әсәләр һәм балалар...Илап ҡаршы алды әсәләр һәм балалар...
Илап ҡаршы алды әсәләр һәм балалар...

Бөгөн иртә менән Совет майҙаны халыҡ менән шығырым тулды. Әле яңы ғына таң һыҙылып килеүгә ҡарамаҫтан, тантаналы байрам башланды. Республика халҡы сентябрь айында мобилизацияланған егеттәрҙе шулай ҡаршыланы.

Һалдаттарҙы Башҡортостандан ебәрелгән автобустар алып ҡайтты.

Хәрбиҙәр Шайморатов генерал һәйкәленә сәскә һалды, байраҡ күтәрҙе. Тантанала республика етәкселеге, хәрби туғанлыҡ хәрәкәттәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

- «Беҙ бында егеттәргә мөхәббәтебеҙҙе  белдереү һәм хәстәрлек күрһәтеү өсөн килдек. Яҡташтарыбыҙҙың хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәүе тураһында хәбәрҙәр күп килә. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, һау-сәләмәт ҡайтыуҙарына шатланабыҙ. Әлбиттә, хәрби хәрәкәттәрҙең тиҙерәк бөтөүен теләйбеҙ», - ти «Союз пограничников «Стражи границы» төбәк йәмәғәт берекмәһе рәйесе Валерий Черный. 

Сығанаҡ: башинформ.ру

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-04-02/ilap-arshy-aldy-s-l-r-m-atyndar-3201270

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас