Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель 2023, 18:14

“Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым"

Атай кеше улын баҫыуға алып сыҡҡан. Бала шунда уҡ бер күренешкә ғәжәп итеп туҡтап ҡалған...

“Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым"“Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым"
“Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым"

Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән, тиелә динебеҙҙә. Әҙәм балаһы ғүмер буйы белемгә ынтылырға тейеш - ундайҙар яҡты күңелле, тәкәбберлектән азат, кеселекле лә була. Ошоға бәйле хикмәттәрҙең береһен иҫкә төшөрөп үтәйек.

Атай кеше улын баҫыуға алып сыҡҡан. Унда арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап ғорур үҫеп ултыра икән.

“Атай, был ни хикмәт? – тип ғәжәпләнеп туҡтап ҡалған малай. – Ниңә улар бер төрлө түгел?” Атаһы иһә шулай яуаплаған: “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым. Башағы буш булғанлыҡтан шулай улар. Ә башын эйгәндәрҙең эсе тулы ем. Әҙәм балалары ла шулай: башы буш, тәкәбберҙәр танау сөйөп йөрөй, ә эсе тулы “ем” булғандар – белемлеләр – баҫалҡы, түбәнселекле хәлдә ҡала”.

Рамаҙан айы беҙҙе ошо хәҡиҡәткә йәнә инандыра. Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәп, яҡтылыҡҡа ынтылып йәшәйек, ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

2 апрелгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Фото: islam.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас