Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель 2023, 17:32

Шайморатов иҫтәлегенә турнир

Район үҙәгенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса фестиваль үтте.

Шайморатов иҫтәлегенә турнирШайморатов иҫтәлегенә турнир
Шайморатов иҫтәлегенә турнир

Көрәшселәр өсөн мәртәбәле һынау келәме булған был ярыш быйыл 11 тапҡыр уҙҙы. Күркәм традицияға әйләнгән был сара ҙур байрамға әүерелде.

Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, “Уңыш” компаниялар төркөмө етәксеһе Радик Рафиҡов, район ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Рәүис Хажиев, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге вертолет командиры, “Вагнер” шәхси хәрби компания вәкиле Әнүр Хәлитов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Руслан Вәлиев һәм Марсель Бикҡоловтар ҡатнашты.

Сараны тантаналы асҡандан һуң район Мәҙәниәт һарайы артисы Салауат Әйүпов күптән инде Башҡортостанда халыҡ йырына әүерелгән “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы, ә башҡалар уға ҡушылып йырланы. “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле барабансылары сығыш яһаны. Артабан муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ярышҡа килеүселәрҙе сәләмләп, ғәҙел көрәш һәм уңыштар теләне.

  • Тормош – үҙе көрәш. Беренсе еңеү көрәштән башлана. Бына нисә йыл инде ошо залда беҙҙең ерҙә тыуған һәм азатлыҡ өсөн көрәштә батырҙарса көрәшкән Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған, рухи һәм физик яҡтан иң көслөләрҙе асыҡлаған турнир үткәрәбеҙ. Бөгөн беҙ 80 йыл элек булған ваҡиғаларҙы ҡабатлаған дәүерҙә йәшәйбеҙ. Генерал Миңлеғәле Шайморатов бөгөн хәрби хәрәкәттәр барған территорияла һәләк була. Бөгөн батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, патриотлыҡ һүҙҙәре яңы мәғәнә менән һуғарылған. Беҙ һеҙҙең менән батырлыҡты хөрмәт итергә һәм тыныс күк йөҙө өсөн көрәшкән геройҙарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың, барлыҡ яугирҙәрҙең ҡаһарманлыҡтары тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡларға һәм быуындан-быуынға еткерергә тейешбеҙ. Бөгөн ғәҙел көрәштә иң көслөһө еңһен. Барығыҙға ла уңыштар һәм яҡшы кәйеф теләйем,- тине Әлфир Фәрхәт улы.
  • Иң яҡшылар рәтендә булырға ынтылған йәштәр булыуы ҡыуаныслы. Беҙ ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ, әммә еңеүсе булыу өсөн рухи яҡтан бай һәм ныҡышмал булырға кәрәк. Һәм һеҙгә көрәш келәмендә генә түгел, тормошта ла еңеү теләйем,- тине Радик Мөҙәрис улы сәләмләүҙәргә ҡушылып.

Фестиваль сиктәрендә милли көрәш һәм ирекле көрәш буйынса уҙғарылған ярыштарҙа Өфө ҡалаһы, Архангел, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан йыйылған 2005 йылғы һәм унан йәшерәк үҫмерҙәр көс һынашты. Ысын башҡорт егеттәре үҙ ғүмерендә бер генә булһа ла көрәшеп ҡарарға тейеш. Ярышта иң көслө егеттәр төрлө үлсәү ауырлығында көрәште. Бәйгелә һәр кемгә көсөн һынау, етеҙлеген дәлилләү мөмкинлеге бирелде.

  • Көрәш – борондан килгән милли спорт төрө. Башҡортостанда ул ныҡ үҫешкән, популяр булып тора. Был фестиваль беҙҙә йыл да үткәрелеп килә һәм быйыл мин чемпион булырға ниәтләйем. Көрәш менән 2-се кластан шөғөлләнәм. Бөгөнгө көнгә тиклем мин Башҡортостандың дүрт тапҡыр призеры. Иң ҙур ярыштар Стәрлебаш районында булды – Рәсәй Чемпионатына һайлап алыу туры. Унда мин өсөнсө урын яуланым. Дәүләкәндә үткән республика турнирында 2-се урын. Ике йыл элек үҙебеҙҙә үткән ярыштарҙа 2-се урын алдым,- ти Прибельский ауылынан Руслан Карпов.
  • Ирекле көрәш менән дүрт йыл шөғөлләнәм. Мин үҙемде милли көрәштә, грек-рим көрәшендә һынап ҡараным, ләкин ирекле көрәш спорт төрөндә туҡталырға ҡарар иттем. Миңә был спорт төрө бик оҡшай. Күптән түгел Архангел районында үткән зональ ярыштарҙа ҡатнашып, икенсе урын яуланым. Мин артабан да тап ошо спорт төрө менән шөғөлләнергә, ҙур уңыштарға өлгәшергә теләйем.,- ти Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусыһы Артур Хәйертдинов.

Көн дауамында барған ҡыҙыу көрәш тамам. Һөҙөмтәләр менән түбәндә таныша алаһығыҙ.

Милли көрәш

55 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Данил Булатов (Өфө)

2 урын – Максим Кулимбәтов (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Рөстәм Йәрмөхәмәтов (Өфө)

60 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Мират Камалов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Роман Иксанов (Өфө)

3 урын – Никита Гибет (Архангел)

62 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Линар Ғилмияров

2 урын – Ислам Йыһаншин

3 урын – Данил Рәжәпов (Ҡырмыҫҡалы)

65 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Айҙар Кашапов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Артем Антипин (Архангел)

3 урын – Филүс Ибәтуллин (Өфө)

70 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Алик Ильясов (Өфө)

2 урын – Артур Гәрәев (Өфө)

3 урын – Владимир Комратов (Ҡырмыҫҡалы)

75 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Руслан Карпов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Иоанн Дедушкин (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Богдан Кальянов (Өфө)

80 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Данил Калмык (Өфө)

2 урын – Даниил Красько (Өфө)

3 урын – Карен Сайназаров (Ҡырмыҫҡалы)

90 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Азамат Абдуллин (Өфө)

2 урын – Руслан Сайназаров (Ҡырмыҫҡалы)

 

2008-2009 йылғы үҫмерҙәр араһында ирекле көрәш буйынса һөҙөмтәләр.

38 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Булат Тазеев (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Арслан Ғәйнуллин (Өфө)

3 урын – Вадим Насиров (Ҡырмыҫҡалы)

41 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Булат Сәләхетдинов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Радмир Баймырҙин (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Илшат Шакиров (Ҡырмыҫҡалы)

44 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Айнур Ғәлиев (Ҡцрмыҫҡалы)

2 урын – Арсен Хәйҙәров (Өфө)

3 урын – Кирилл Кошелев (Ҡырмыҫҡалы)

48 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Степан Ермолаев (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Кәрим Рәхмәтуллин (Өфө)

3 урын – Егор Родин (Өфө)

52 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Илдар Карпов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Айнур Зәйнуллин (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Артем Назарғолов (Ҡырмыҫҡалы)

58 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Артур Хәйертдинов

2 урын – Самир Асҡаров (Архангел)

3 урын – Андрей Попов (Ҡырмыҫҡалы)

64 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Радмир Ғәлиәкбәров (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Тимур Ғәйнуллин (Өфө)

3 урын – Фидан Ҡотлойәров (Ҡырмыҫҡалы)

75 килограмға тиклемгеләр араһында

1 урын – Александр Дедушкин (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Данис Хөсәйенов (Өфө)

3 урын – Ильяс Басиров (Өфө)

 

2010-2011 йылғы үҫмерҙәр араһында ирекле көрәш буйынса һөҙөмтәләр

28 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Елисей Иванов (Архангел)

2 урын – Данияр Карамов (Өфө)

3 урын – Абдулла Шәрипов (Өфө)

30 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Илдар Хәмиҙуллин (Арзангел)

2 урын – Айнур Фәйрушин (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Радмир Кагарманов (Ҡырмыҫҡалы)

34 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Морат Бикҡолов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Арслан Ходжаев (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Аслан Биктимиров (Ҡырмыҫҡалы)

38 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Илнур Ефимов (Архангел)

2 урын – Трофим Гибет (Архангел)

3 урын – Арсений Голованов (Архангел)

40 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Матвей Иванов (Архангел)

2 урын – Ильяс Карпов (Ҡыырмыҫҡалы)

3 урын – Тимур Кәримов (Ҡырмыҫҡалы)

45 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Вилдан Нафиҡов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Әмир Әбделмәнов (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Егор Андреев (Ҡырмыҫҡалы)

50 килограмм ауырлыҡта

1 урын – Павел Кобяков (Архангел)

2 урын – Линар Ғәлиәкбәров (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Аскар Йәрмөхәмәтов (Ҡырмыҫҡалы)

65 килограмға тиклемгеләр араһында

1 урын – Руслан Кабилов (Ҡырмыҫҡалы)

2 урын – Арслан Хафизов (Ҡырмыҫҡалы)

3 урын – Артем Казаков (Ҡырмыҫҡалы)

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас