Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель 2023, 18:18

Башҡортостандан Абхазияла ял итеүселәр һаны артасаҡ

Республикабыҙ туристик операторҙары Абхазия ойошмалары менән килешеү төҙөнө.

Башҡортостандан Абхазияла ял итеүселәр һаны артасаҡБашҡортостандан Абхазияла ял итеүселәр һаны артасаҡ
Башҡортостандан Абхазияла ял итеүселәр һаны артасаҡ

Абхазияның туризм министры Теймураз Хишба һәм Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Светлана Верещагина "Тархан" менән Абхаз  "Вояж" ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Туроператорҙар туристик индустрияны үҫтереү буйынса мөнәсәбәттәрҙе көсәйтергә, туристик ағымды үҙ-ара арттырыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға, туристик продукцияны үҫтерергә килеште.

— Документҡа ҡул ҡуйыу туристик тармаҡта башҡорт-абхаз мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Сер түгел, Абхазия ҡунаҡсыллығы, диңгеҙ яры һәм климаты Башҡортостан мөхәббәтен күптән яулаған. Беҙҙең тәҡдимдәр Абхазия халҡын да ҡыҙыҡһындырасаҡ. Республикала туристарҙы уңайлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған, — тине Светлана Верещагина.

Теймураз Хишба туристик тармаҡтарҙы үҫтереү тураһындағы килешеү төҙөүҙе бик мөһим ваҡиға тип атаны.

— Туризм — тормоштоң бер өлөшө. Беҙҙең халыҡтар аралашып йәшәргә тейеш тип иҫәпләйем, бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү Абхазия граждандарына ла, Башҡортостан граждандарына ла файҙа килтерә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас