Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель 2023, 02:54

Башҡортостанда һәр районда яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим ителде

Тәү сиратта — биләмәләрҙе артабан үҫтереү өсөн.

Башҡортостанда һәр районда яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим ителдеБашҡортостанда һәр районда яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим ителде
Башҡортостанда һәр районда яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим ителде

«Атайсал» бишенсе муниципаль-ара форумында ҡатнашыусылар Башҡортостандың һәр районында яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, яҡташлыҡ институтына ярҙам һәм ватандаштарыбыҙҙы республика тормошона йәлеп итеү хәҙерге шарттарҙа бик мөһим. Тәү сиратта — биләмәләрҙе артабан үҫтереү өсөн.

«Ҡасандыр үҙ-ара ярҙам итеү өсөн булдырылған яҡташтар берлеге бөгөн дә тормоштоң ҡатмарлы осорҙарын еңеп сығырға ғына түгел, ҡыйыу рәүештә киләсәккә ҡарарға мөмкинлек биргән терәк булып тора. Үҙ-үҙеңә, күршеңә ышанмайынса, территорияның стратегияһын төҙөп булмай. Еңеү өсөн аяғыңда ныҡлы баҫып торорға кәрәк, был иһә стратегик планлаштырыу законы», — тип үҙенең фекерен белдерҙе Юлдаш Йосопов.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бер йыл элек «Атайсал» зона форумдарын яҡташтар хәрәкәтен тергеҙеү өсөн уҙғара башлауҙарын әйтте. Уларҙы ойоштороу күп көс һәм ниндәйҙер матди сығымдар талап итмәй.

«Бер йыл элек беренсе республика форумында ҡуйған төп бурыстарселәре ошондай ассоциациялар булдыра башланы. Шуныһы ҡыуаныслы: бының өсөн бер ниндәй ҙә тырышлыҡ кәрәкмәй, бының менән ҡыҙыҡһынған һәм күп кешеләрҙе берләштерә алған кешене табыу зарур», — тине Урал Килсенбаев.

https://www.bashinform.ru/news/social/202ыбыҙҙың береһе һәр районда яҡташтар хәрәкәтен тергеҙеү ине. Әлеге тема менән шөғөлләнгән хакимиәт башлыҡтары, муниципалитет етәк3-03-31/v-bashkirii-predlozhili-organizovat-zemlyachestva-v-kazhdom-rayone-3199719

Фото:«Атайсал» форумын ойоштороусылар

Автор: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-03-31/bash-ortostanda-r-rayonda-ya-tashtar-berlegen-oyoshtoror-a-t-dim-itelde-3200091

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас