

Ҡобараһы осоп, күпме хәрәкәтһеҙ ултырғандыр, Әлмөхәмәт ҡайтып, ут ҡабыҙғас, аптырап китте:
— Бәй, һин өйҙәме ни? Ни булды? Ҡайһылай төҫөң ҡасҡан...
— Сирләп торам, — тине Сәриә, телен көскә әйләндереп. — Урын йәйеп бирсе...
Әлмөхәмәт уны төпкө бүлмәгә индереп һалды, үлән сәйе ҡайнатып эсерҙе, табандарына йылытҡыс ҡуйып, өҫтөн ҡымтыны. Йоҡоһоҙ үткән төн был юлы ҡыҫҡа тойолдо Әллә нисә ҡабат Әлмөхәмәтте уятырға, хәлен һөйләргә уҡталды. Тик... иренең бер йөрәген күпме телгеләмәк кәрәк? Һуңғы осоро былай ҙа эштән көйәләнеп, кәйефһеҙ ҡайта. Ремонтта ултыралар. Запчастар етешмәй. Ураҡ башланғгас, шул арҡала йәндәй ҡәҙерле көндәр әрәмгә китәсәк, тип уфтана. Унан һуң... аңлармы ул Сәриәне? Исламдың ҡот осҡос кеше икәнен Сәриә төшөндөрә алырмы Әлмөхәмәткә? Төшөнгән хәлдә лә, сабыйҙай бер ҡатлы кеше күтәрерме быны? Исламдар донъяһы бөтөнләй ят бит уның иренә, бөтөнләй ят... Ни ҡылырға, ярҙам һорап кемгә барырға? Сәриә ошо төндө бығаса көслө тип табынған иренең көсһөҙ яғын асты: Әлмөхәмәт бысраҡлыҡ ҡаршыһында юғалып ҡала. Юҡ, юҡ, һөйләй алмай ул иренә быларҙы!
Яңы таң үҙ көнөн яңы мәшәҡәт менән тултырҙы. Сәриә күңелен хәмергә бушатты...
Эштең дә рәте китте. Ҡарау етерлек булмағас, һыйырҙар ҙа һөтөн кәметте.
— Оятың ҡайҙа һинең? Араҡыға алмаштыңмы? — тип ферма мөдире лә өҫкә менеп килә. — Ҡуйсы, ҡуйсы... Илде лә, ирҙе лә ҡотайта торған бисә түгелһең.
Сәриәне эшкә һалҡын ҡарағаны өсөн урындағы комитетҡа тикшереүгә ҡуйҙылар. Халыҡ алдына был көйө сыға алмаҫын белеп, эсеп килде ул.
— Ҡайҙан килгән суфыйҙар! — тип шарҡпылдап көлдө Сәриә үҙен шелтәләп сығыш яһаусыларҙан.— Әллә ауылығыҙ менән Мәккәгә барып, хаж ҡылып ҡайттығыҙмы? Улай тиһәң, магазинға килгән бер машина араҡыны, аҙна араһына ла еткермәй, мин генә эсеп бөтөрә аламмы икән?..
— Һин беҙҙән һорау алма. Бында һинең тәртибең тикшерелә, һин үҙеңдән генә түгел, ауылдың абруйлы кешеһе —ҡәйнәңдән, ошоғаса бөтөн халыҡҡа өлгө булған иреңдең дә битенән көләһең.
— Ниңә, ирем менән ҡәйнәм ялыу менән килделәрме һеҙгә? Эшләй алмаһам ни. сығарығыҙ. Ыһ та тимәм. .Мал аҫтын таҙартыр өсөн иргә сығылмаған...
— Закон төҙәтә алмағанды, — тип ҡул һелтәне ферма мөдире. —Өс йылды һиңә матур булғанға биргәндәр тиһеңме?
Ауыртҡан еренә сәпәнеләр Сәриәнең. Күҙен ҡыҫа биреп, ферма мөдире ҡаршыһына барып баҫҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды:
– Ах, шулаймы ни? Миндәй бисә үҙенә тәтемәгәнгә көнләшәһеңме әллә? Эйе! Хөкөм иттеләр мине. Ҡорт та бит алманың аҫылына төшә. Ә һинең кәкре ашҡаҡ бисәңде майға бутап ташлаһаң, эт тә яламаҫ!
– Һинең телеңде эт яламаҫ! — Мөдир ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. Урындағы комитет ниндәй ҡарар сығарғандыр,мәгәр Сәриә фермаға ике аяғының берен дә баҫманы...
Йыйылыштан ҡайтышлай тағы өҫтәне Сәриә. Хәҙер инде ике донъя бер мөрйә: диңгеҙ тубыҡтан. Үҙе ауа-түнә атлай, үҙе кемдәрҙелер һүгә, йә шарҡылдап көлә. Өйөнә етер саҡта аяҡтары бөтөнләй тотмаҫ булды. Имгәкләргә итә — хәленән килмәй. Ҡаршы сыҡҡан Әлмөхәмәттең дә ҡулын этәрергә тырыша:
— Кит... Берегеҙ ҙә бысағыма ла кәрәк түгел, һеҙ фәрештә, мин — фәхишә. Химичка!
— Әйҙә инде инеп ят, бөтөн әҙәм беҙгә ҡарай!
— Төк-көрҙөм мин... әҙәмгә. Ха-ха-ха! Күрһендәр! — Сәриә кофтаһын сисеп быраҡтырҙы. унан күлдәгенә йәбеште. — Күр-һен-дәр!Сәр-риәнең кем икәнен...
Артабан ул Әлмөхәмәттең ҡот осҡос булып үҙгәргән йөҙөн генә шәйләп ҡалды...
Күпме ваҡыттан уянғандыр, ҡаршыһында йонсоған, ағарған йөҙлө, яурындары төшкән Әлмөхәмәт ултыра. Сәриә, ыңғырашып, күҙен кире йомдо.
— Нимә кәрәк? Һыу килтерәйемме?
— Юҡ.
— Ҡай төшөң ауырта?
— Ауыртмай.
— Һуҡтым бит һиңә, бисәкәй...
— Ҡыйын булһа, һуҡманым, тип уйла.
— Ни эшләйбеҙ, Сәриә? Бәлки, дауаланырһың?
— Булмай. Дауаланып ҡараным инде мин йәш саҡта уҡ. Киренән эскәндән һуң шулай булдым.
— Һуң, эсмәгән саҡтарың да булды бит, Сәриә...
Уңарсы ишек асылды. Тупһала Гөлсибәрҙе етәкләгән ҡәйнәһе күренде.
— Һөйөнсө! Торналар аяҡ ташлап китте ҡыҙыма, һөйөнсө...
Әлмөхәмәт ҡыҙын баш осона сөйҙө. Гөлсибәр сырҡылдап көлә-көлә атаһының көслө ҡулдарына йәбеште. Быларға ҡарап ҡәйнәһе лә йылмая:
— Аяҡтарың талыу белмәһен, ҡолонсағым — тулмаҫ орсоғом.
Өс йәше тулһа ла, һаман атламай ултыра ине Гөлсибәр. Әле бына ҡәйнә кешегә ҡарап торһаң, күҙгә йәш килә: әйтерһең дә, Гөлсибәр түгел, үҙе тәүләп тәпәй баҫҡан.
Әлмөхәмәт сәй әҙерләне. Сәриә инде тороп ултырҙым тигәндә, йөрәк аҫтында тыпырсыныу тойҙо.
— Әлмөхәмәт! — Сәриә ағарынып, һикереп торҙо.
— Йә хоҙа! Ни булды, килен?
Сәриә тышҡа атылды. Нимәгә юрарға белмәгән Әлмөхәмәт ҡатыны артынан эйәрҙе. Кәртә артындағы күлгә еткәс, Сәриә йәш үләнгә сүгәләне:
— Ни эшләргә миңә, ни эшләргә?..
— Нн булды?
— Булманы. Буласаҡ. Бала буласаҡ... тағы.
— Ошоғаса белмәнеңме?
— Белмәнем, уйламаным.
— Шулай инде. уйыңда тик баш төҙәтеү булғас, буйыңда таш ятһа ла белмәҫһең.
— Гөлсибәр таҙа бит, — үҙен яҡларға тырышты Сәриә. — Ана, атлап та китте...
— Һин мине дөрөҫ аңла, Сәриә. Эсеүеңде ташлаһаң — хет унды тап. Шатланырмын ғына.
Аҙға ғына булһа ла, ир менән ҡатын араһына аллы-гөллө Салауат күпере тартылды...
***
Бала тыуҙы. Сәриә эсеүен барыбер ташлай алманы. Акушерка уға имеҙмәҫкә ҡушты. Был хәбәр ҡәйнәһен сығырынан сығарҙы:
— Аһ-аһ, ниндәй ҡыямат был духтыр, ә?! Тыуыу менән әсә һөтөнән айырылсәле... Әлмөхәмәтемде өс йәшенә ҡәҙәр имеҙҙем, ташлатҡас, и ту йөрәгем һыҙланы. — Арыҡ иң-баштарын дерелдәтеп, ҡәйнәһе илай ине. —Бына һиңә бер бисә! Һуғыш мәлендә бригадир булдым, төрлө ҡыҙ-ҡырҡынды күрҙем,бындайҙы — юҡ. Көнө буйы ат урынына егелеп эшләүҙәре етмәгән, төн буйы йөн тетәләр, еп иләйҙәр, фронтҡа ойоҡ-бейәләй әҙерләйҙәр. Үҙҙәре бит итекте ҡуңалтаҡ кейә!
— Барса ҡатын-ҡыҙ һинең киленең ише түгел бит, әбекәй.
— Кемдең итәгенә ут төшә, шул яна шул, духтыр ҡыҙым. Шул бисәләр менән ниндәйен ауырлыҡты еңеп сығылды, хәҙер бына яңғыҙ киленемә баш була алмайым. Тыныс күңел менән теге донъяға китергә лә форсат юҡ...
***
Балаһына йәш тулғас, Сәриә тағы дауаланып ҡарамаҡсы булып, ҡалаға китте. Ҡала һағындырған. Ни тиһәң дә, бала сағы, йәшлеге ошонда үтте бит.
Бына баҡса. Анау тирәк төбөндә бер мәл уны тәүге осрашыуға саҡырған класташ малайы көтөп торғайны. Тубыҡтан өҫтә иҫке күлдәк, тапалған үксәле туфли кейгән килеш егет ҡаршыһына барып баҫырға ғәрләнгәйне ул саҡ Сәриә. Өй мөйөшөнән генә күҙәтте ул уны. Фәнилдең өмөт менән янған күҙҙәре әле булһа күҙ алдында.
Бына ресторан... Үҙен эшкә алыуҙы һорап ишек тупһаһын ҡыйыуһыҙ гына ашатлағаны хәтерендә.
— Ниңә беҙгә эшкә килергә булдың? — Алсаҡ ҡарашлы мөдир ҡатын уға йылмайып ҡараны.
— Газетала уҡыным. Официанттар кәрәк икән. Унан... өйгә лә яҡын.
— Кемдәрең бар?
— Өләсәйем генә.
...Бынан һуңғы йылтлап алышынған иҫтәлектәр күнелде йыуатмай. Ана, бульвар. Иңбашына ялҡындай һибелгән сәстәрен таратып, урман юлынан бер ҡыҙ килә. Уның башы аҫҡа эйелгән...
Өйрөлмәгә эләккән таптай әйләндерҙе уны яҙмыш. Айныҡһаң, күнел әрней, әлдә хәмер булды донъяла. Ирҙәр уның бер ҡарашынан ирене. Ислам ғына... Бәғерһеҙ Исламдан ғына ҡурҡты ул. Үҙе алып биргән аҫыл кейемдәр хаҡын бишләтә түләтте инде Ислам Сәриәнән.
***
— Соня?! — Таныш тауыш иҫтәлектәрҙән арындырып ебәрҙе.
— Ҡара һин уны, ҡайһылай эреләнгән әҙәмдәр! Баянан бирле күҙәтеп киләм, шәйләмәй ҙә...
— Ислам?! — Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, Сәриә өндәшеүсегә йөҙө менән боролдо. —Ислам...
— Ислам да Ислам... Мин, аллаға шөкөр, ҡырҡ йыл инде Ислам. Бына һин кем икән был замандарҙа?
— Мин, — Гөлсәсәккә тип алған ҡыҙыл башмаҡтарҙы ыуғылап, Сәриә ҡаушап ҡалды. — Мин... бына... Ҡыҙыма...
— Ҡы-ҙыма? О-о! Балаң да бармы ни шулай? Хәләлдәнме, харамданмы, тигән шикелле, сер булмаһа?
Исламдың ҡыҫыҡ күҙҙәрендә һикерешкән мыҫҡыллы осҡондарҙы күрмәмешкә һалышты Сәриә. Тауышын көрәйтә биреп:
— Ике ҡыҙым үҫә инде, — тигән булды.
— Иу-у?! Шәп, шәп! Просто молодец...Мннең ҡайтҡанды итәк тулы орғасы менән ҡаршыларға булғанһың икән.
— Ислам, онот. Кәрәкмәй. Үткән эштән төш яҡшы, — тип ҡабаланып бышылданы Сәриә. — Ирем, балаларым хаҡына онот.
— Ҡуйсы әле! Ирем... балаларым... Кемгә һөйләйһең һин? Элекке нимфанан былай ҙа ҡоро һөлдә ҡалған.
— Ннмфалык осоро үтте инде, Ислам.Уның өсөн беҙ язаһын алдыҡ.
— Яза, имеш... Исламға ни булһын? Дуҫтар, аллаға шөкөр, фатихаһынан ташламай. Әйҙә,— Ислам ресторан яғына ымланы,—үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, бер типтереп сығайыҡ.
— Юҡ, юҡ! Миңә ҡайтырға вакыт, унан һуң, эсергә лә ярамай.
— Йә, изге булып, инәлтеп торма. Аҙаҡ үҙеңде таксиҙа ғына илтермен орғасыларыңа, хи-хи...
— Кәрәкмәй. Ҡәйнәм сирле. Ирем йәш бала менән ҡалды. Ебәр һин мине. Ислам?!Үтенәм һинән!
Исламдың эйәге юғары сөйөлдө,күҙҙәре ҡыҫылып, ут нөктәһенә әйләнде. Был минутта элекке — Сәриәне «заданиеға» ебәргән Исламға әүерелде ул.
— Йә! Бер әйтәм... ике...
Быуыны ҡалтыранып, Сәриәнең хәле бөттө. Беләгенән матҡып тотоп алған Ислам:
— Иҫке мөхәббәт тутыҡмай ул, — тип зә|һәр бышылданы.
***
Ул көндө ҡайта алманы Сәриә. Иртән торғас, ғәрлегенән тағы эсте. Шулай аҙна үтте.Ауылдан милиция аша эҙләтеп таптылар...
Ах! Ҡатын күкрәге ҡыҫыуҙан күҙҙәрен сытырлатып йомдо, һауа етмәй, ишектәр шар асыҡ булһа ла, тыны быуылып бара. Мөйөштәге теге ҡара әйбер йәйә сайҡала башланы. Ана, тағы кемдер әкрен генә уға яҡынлаша.
— Кем һин?
— Мин — Бибизата.
— Ҡәйнәм?! Һин бит үлдең?
— Тәнем ер аҫтына китте, уныһы хаҡ. Йәнем үҙенә урын тапмай, өҙгөләнә.
— Һин миңә бәхиллек бирмәнең, бәлки, шуға... һинең менән хушлашырға бөтөн ауыл килде. Мин дә торҙом шунда. Күҙҙәрем менән мине кисереүеңде ялбарҙым... һин ул ҡарашты тойманың да...
— Тойҙом мин, килен. Ә бәхиллек бирмәүемә барыбер үкенмәйем. Хәҙер, Әлмөхәмәтем үлгәс, бөтөнләй үкенмәйем. Балалар таптың — баҡманың. Улымды ҡәбергә тыҡтың.
— Ах, кәрәкмәй! Кит... һин үлгәс, выждан ғазабынан ҡотолдом тигәйнем, ә һин һаман, күләгәм шикелле, ҡалмайһың минең арттан.
— Һинең, килен, күләгәң дә юҡ хәҙер, дөрөҫө — һин үҙең күләгә. Сабыйҙарың имсәк һорап илаған, ә һинең иҫереп аунаған сактарыңда үлер алдынан тамсы һыу тамыҙыр йән эйәһе булмаһын ҡашыңда, тип ҡарғаным мин һине. Ҡарғыштарым фәрештәләрҙең «амин»тигән сағына тура килгән икән.
— Тиҙерәк, тиҙерәк китһәмсе. Үҙ йәнемде үҙем алырға ла хәлем юҡ бит!
— Ашыҡма, килен. Тыңлап бөт мине. Егерме бер йәшемдә тол ҡалып, Әлмөхәмәтемде әҙәм итергә бөтә ихласымды һалдым. Минең дә еләктәй саҡтарым булды. Эсемдә йәнем дә бар ине. Һоратыусылар килде — кире ҡаҡтым. Ирем вафат булғанға ун биш йыл үткәс, берәүҙе яраттым. Йәнем-тәнем менән тартылдым мнн уға. Төндә ишегемде шаҡыны шул кеше — асманым...
— Тик ниңә һуң ләхетеңдә тыныс ятмайһың. улай яҙыҡтарың да булмағас?.. Әлмөхәмәт, ярай инде, балалары өсөн өҙгөләнә, һин бит әсәлек бурысыңды үтәгәнһең?
— Ауыртҡан еремә баҫтың, килен. Дөрөҫ, буйын үҫтерҙем, аҡылын камил ҡылдым, намыҫлы йәшәргә өйрәттем. Харам күрһәм, иңем менән Әлмөхәмәтем күҙенән ышыҡланым. Яуызлыҡтың изгелектән әрһеҙерәк, үрсемлерәк, хатта бәғзе ваҡыт көслөрәк булыуын ғына төшөндөрмәгәнмен...
— Ҡәйнәм?! Киттең дәме ни...
Сәриә үкһеп иларға итә, тик күкрәге ҡыҫа, ирек бирмәй. «Балаларым, ни эшләнем мин?» — тип ҡыймылдай күгәргән ирендәре. Суд залында, һеҙҙе минән айырғанда, йөрәгемә ҡан һауғанын тойҙоғоҙмо, сабыйҙарым? Юҡ, тойманығыҙ, һеҙ миңә ҡараманығыҙ...
Унда кемдең ни һөйләгәнен дә иҫләмәй Сәриә. Иң алғы эскәмйәлә ултырған ҡыҙҙарына ҡараны ла ҡатты. Сабыйҙарҙың йөҙҙәре һулыған, ҡараштары иғтибарһыҙ.
Гөлсәсәге күрше ҡатын Ямал алдында ултыра. Ул ауылдын ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе лә. Сәриә аунаһа, килеп етер, балаларҙы үҙҙәренә алып ҡайтып йоҡлатыр тне депутат. Ордендары бар. Кейенеп сығып китһә, берәү ҙә алты бала әсәһе тимәҫ. Шул, әлеге Ямал, башын эйеп шымып ҡалған. Алдында ултырған Гөлсәсәктең зәғиф аяҡтарына уның күҙенән терегөмөштәй йәштәр тама... Сәриә тәү тапҡыр күҙҙәренең ошо ҡатындың ҡарашы менән осрашыуынан ҡурҡты. Үҙе, иртәнге тынлыҡты ярып ҡысҡырған балалар тауышын ишеткәндәй, ҡалтыранып китте:
— Тонна! Тойнаяй! — тип өҙгөләнә шул тауыш. — Аяҡ билеп китегеҙсе минең туғаныма!
...Сәриә тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе, һөттәй аҡ һулышын бөркөп, боҫрап ятҡан күл буйлап, туғанын йөкләгән Гөлсибәр йүгерә. Эләгеп ҡолай, йәнә ҡалҡына. Ул арала шыйлап йүгереп, һауаға күтәрелгән торналар төркөмө күренде. Баяғынан әсерәк тауыш бәғерҙе телде:
— Тойнаяй! Ҡасмағыҙ, тойнаяй! Мин һеҙгә теймәйем, аяҡ ҡына билегеҙ! Туғаным ҡыҙыл башмаҡталын кейеп йөлөй алма-ай!..
Гөлсибәр үләнгә йығылып үкһене:
— Үҙен һоламайһын да бит. Бел үҙем ҡысҡылгас, ис-сетмәнеләл... Өләсәйем әйтте бит: минә лә аяҡты тойнаяй билде, тип...
Юҡ, аяҡ ҡалдырмаясаҡ торналар уның Гөлсәсәгенә. Теге сакта, врачҡа күренгәс:
— Өсөнсө стадияла һинең сирең. Галлюцинация башланған. Бала табырға ярамай ҙа бит, ауырың ҙурайып киткән, — тинеләр.
Сәриә был турала Әлмөхәмәткә әйтмәне. Ире, бала тыуғас та, сабый янына килергә ҡурҡҡан кеүек йөрөнө. Терһәк яҡын да — тешләп булмай. Гөлсәсәккә йәш тулды, тәпәй баҫманы, икеһен тултырҙы — атларға уйламай ҙа. Ҡып-ҡыҫҡа, кәкре аяҡтарын терәй ҙә алмай, теле лә асылмай. Әгәр ошо ятыуҙан тора алһа, тыумыштан зәгнф балаларҙы тапшыра торған йортҡа ла бирмәҫ ине Гөлсәсәген Сәриә.
Ҡатын сарсап киткән ирендәрен яланы. Судтан һуң булған ваҡиғаларҙы хәтерләүҙән күҙ алды томаланды.
— Туҡтағыҙ! Ни эшләүегеҙ был?! — Сәриә Гөлсәсәген кейендереп булашҡан Ямалға ташланды. — Кит бынан! Ҡағылма минең балаларыма!
Милиционер егет уның юлын бүлде:
— Ҡамасауламағыҙ! Һеҙ әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителдегеҙ.
Әсәләрен иҫерек тип белгән балалар Ямалдың итәгенә һырыҡты. Олоһо ҡысҡырып илай башланы, уға бәләкәсе ҡушылды. Ишек алдына йыйылған бисә-сәсә үкһей. Милиция кейемендәге кеше юлдарында тормаһа, ай-һай. Сәриәгә бисәләр нәфрәтенән имен ҡалыуҙар... Сәриә ҡыҙыҡайҙарын алып киткән машина артынан йүгерҙе. Эләгеп йығылды. Эңертөшкәнсе ятты шунда. Берәү күтәрмәне, берәү аяманы...
***
Сәриә күҙҙәре менән йәнә мөйөштәге ҡара әйберҙе эҙләне. Шик юҡ, бәләкәсе Гөлсәсәгенең, бер тапҡыр ҙа кейеп йөрөргә насип булмаған ҡыҙыл башмаҡтары ине улар. Саңһырыуҙан, туҙан ултырыуҙан улар ҡарайған, төҫөн юйған. Күпме ваҡыт шуларға ҡарап берсә һаташып, берсә янып, берсә өшөп ни икәнен төшөнә алмай яфаланды ул.
Сәриәне ҡапыл шул башмаҡтарҙы үрелеп алыу теләге биләне. Башмаҡтар, өшөп, елгә ҡалтырана кеүек тойолдо уға.
Бөтә көсөн йыйып, ҡатын терһәгенә күтәрелде. Уң ҡулы йәнһеҙ аҫылынды. Күҙ алды аллана, йәнә ҡараңғылана. Тағы... күп ҡалманы. Саҡ ҡына ҡалҡына бирһәм... Сәриә һау ҡулы менән карауат ҡырына тотондо. Зиһене юғалып, ҡулын ысҡындыра яҙҙы. Хәҙер, башымды саҡ ҡына ҡалҡытһам, аяҡҡа баҫам. Бәпесемдең башмаҡтарын ҡуйыныма алып, йылытып ҡына ятайым...
Башмаҡтар менән уның араһы берсә буй етмәҫлек алыҫ, берсә яп-яҡын һымаҡ. Саҡ ҡына, тағы са-аҡ ҡына, тип ялбара сатнап ярылған көлһыу ирендәре. Сабыйҙарына барып етһә, Әлмөхәмәте рәнйемәҫлек итеп йәшәр ине ул...
Тороп килгән еренән, ҡулы тайып, Сәриә башы менән тимер карауат ситенә бәрелде.
— Ах! — Гөрһөлдәүҙән тәҙрә быялалары сыңланы.
Кескәй башмаҡтар төҫлө ҡып-ҡыҙыл ҡан иҙән буйлап тупһаға аҡты...