Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Март 2023, 16:34

Картуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ҡаралған

Республика бюджетынан картуф һәм йәшелсә үҫтереүгә субсидия ставкалары раҫланған, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. 

Картуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ҡаралғанКартуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ҡаралған
Картуф һәм йәшелсә етештереүселәргә субсидия ҡаралған

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 4 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһы бюджетынан картуф һәм йәшелсә етештереүҙе арттырыуға этәргес биреү өсөн субсидия бүлеү тәртибен раҫлау тураһында» 626-сы ҡарарын тормошҡа ашырыу тураһында»ғы бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документ менән республика бюджетынан картуф һәм йәшелсә үҫтереүгә бүленә торған субсидия ставкалары раҫланған. Мәҫәлән, картуф сәселгән майҙандың һәр гектарына – 15 мең һум, асыҡ тупраҡтағы йәшелсәнекенә 17 мең һум бүленә. Ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә киткән сығымдарҙың өлөшөн ҡаплау – бер тонна өсөн 3 мең һум.

Шулай уҡ субсидия алыу өсөн ғариза формаһы һәм кәрәкле документ өлгөләре бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-30/v-bashkirii-utverzhdeny-stavki-subsidiy-proizvoditelyam-kartofelya-i-ovoschey-3197706

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас