Даирә
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Март 2023, 09:54

Йәшелсә үҫентеләрен дөрөҫ тәрбиәләгеҙ

Һабағы ҡараймаһын өсөн нимә эшләргә? Ниндәй һыу ҡойорға? Асыҡ ергә сығарыр алдынан ни эшләргә? Яуаптар - яҙмала.

Йәшелсә үҫентеләрен дөрөҫ тәрбиәләгеҙ
Йәшелсә үҫентеләрен дөрөҫ тәрбиәләгеҙ
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан буйынса филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Саҙиҡова - йәшелсә үҫентеләрен тәрбиәләү һәм асыҡ ергә ултыртыу тәр­тибе тураһында.
 
– Үҫентеләрҙе тәүге япрағы күренгәс тә күсереп ултыртырға мөмкин. Көсһөҙҙәрен алып ташлағыҙ. Тамырына һауа үтеп инһен өсөн тупрағын йомшартып торорға онотмағыҙ. Һабағы ҡараймаһын өсөн тупраҡ өҫтөнә бер аҙ көл һибегеҙ. Үҫенте тура үҫһен өсөн ҡояшлы яҡҡа әле бер, әле икенсе яғын әйлән­дереп тороғоҙ. Әгәр ултырған урыны ҡояшлы булмаһа, өҫтәмә рәүештә яҡтыртыу юлын эҙләгеҙ. Хәҙер әллә ни ҡыйбат булмаған фито-лампалар һатыла. Уларҙы ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирә.
 
Үҫентеләргә ҡоя торған һыу хлорлы булырға тейеш түгел. Шуға алдан алып, тондороп ҡуйығыҙ.
 
Асыҡ ергә сығарыр алдынан ике аҙна алдынан балконға йә соланға бер-ике сәғәткә әленән-әле сығарып алығыҙ. Бер аҙна үтеүгә, ул ваҡыт биш-алты сәғәткә тиклем барып етергә тейеш. Тышҡа сығарыу мәлен үҙегеҙ йәшәгән ерлектең үҙенсәлегенә ҡарап һайлағыҙ.
 
(Лилиә Нуретдинованың яҙмаһы).
Фото: venskayadacha.com
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в