Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Март 2023, 21:52

Ураҙа тотоуҙың үҙ нескәлектәре бар

Юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров менән әңгәмәУраҙа башланғанда һорауҙар күбәйә. Интернет заманы булһа ла, сетерекле һорауҙарға унан яуап таба алмағас, редакциябыҙға шылтыратыусы гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа күп, беҙ шул һорауҙарҙы туплап, гәзитебеҙҙә дин битен әҙерләүҙә һәр ваҡыт даими ярҙам итеүсе мөхтәрәм Рәмил хәҙрәт Насировҡа мөрәжәғәт иттек. Ул һәр бер һорауға ентекле рәүештә яуап бирҙе.

Ураҙа тотоуҙың үҙ нескәлектәре бар
Ураҙа тотоуҙың үҙ нескәлектәре бар
 
Ураҙа тотоуҙың үҙ нескәлектәре бар

Юғары мөфтөй ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров менән әңгәмә
Ураҙа башланғанда һорауҙар күбәйә. Интернет заманы булһа ла, сетерекле һорауҙарға унан яуап таба алмағас, редакциябыҙға шылтыратыусы гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа күп, беҙ шул һорауҙарҙы туплап, гәзитебеҙҙә дин битен әҙерләүҙә һәр ваҡыт даими ярҙам итеүсе мөхтәрәм Рәмил хәҙрәт Насировҡа мөрәжәғәт иттек. Ул һәр бер һорауға ентекле рәүештә яуап бирҙе.

- Хәҙрәт, һүҙҙе ниәттән башлайыҡ әле. Ҡайһы берәүҙәр ураҙаға ниәтте ай башында уҡ әйтеп ҡуйһаң дөрөҫ, тиҙәр. Ҡайһылары көн дә әйтергә кәрәк, тигән фекерҙә. Хәнәфи мәҙһә буйынса ҡайһыһы дөрөҫ һуң?
- Хәнәфи мәзһә буйынса ниәтләүҙе көн һайын ҡабатларға кәрәк. Таң атҡансы ниәтләргә кәрәк, Аллаһы Тәғәләнең һуңғы илсеһе Мөхәммәт (с.ғ.в.) әйтеүенсә, таң атҡандан һуң ниәтләнгән ураҙа дөрөҫ булмай. Эйе, ҡайһы бер мәҙһәбтәрҙә ай башында ниәтләһәң дә ярай, йәки ҡояш батҡандан һуң, кистән үк ниәтләп ҡуйырға ярай, тиҙәр. Тик был осраҡта ҡайһы бер нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк, әгәр, мәҫәлән, бер кеше ай башында уҡ ниәтләне, ти. Беҙ иртәгә ни булырын белмәйбеҙ, ул кеше йә бик ҡаты ауырып китһә, йә вафат булһа, өҫтөндә ниәте ҡала.
- Әгәр вафат булһа, яҡындары мәрхүмдең ниәте ҡалмаһын өсөн ни эшләй ала?
- Әгәр кеше тере, һау-сәләмәт ваҡытында ураҙа тотоусыларҙан булып, ауырыу, йә ҡартлыҡ сәбәпле ураҙаһының бер нисә көнө генә тотылмайса вафат булһа, уның өсөн фидиә саҙаҡаһын биреү хәйерлерәк. Мосолман кешеһе үҙе үлгәнсе ҡалған туғандарына, йә яҡындарына васыятында, нисә көн тота алмаған ураҙалары өсөн фидиә бирергә әйтеп ҡалдырыу, әлбиттә, хәйерлерәктер. Фидиә саҙаҡаһын мәрхүм үҙе ҡалдырмаған булһа, туғандары үҙҙәренең малдарынан уның исеменән фидиә саҙаҡаһын бирә алалар.
Әгәр кешенең мөмкинлектәре булып та, ураҙаға тейешле иғтибар бирмәйенсә үлеп киткән булһа, туғандарынан береһе уның тотмаған ураҙаларын тотор, йәки тотмаған көндәре өсөн бер меҫкенде ашатыр.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.в.) әйткән: “Әгәр кем булһа тотмаған ураҙаһы була тороп үлеп китһә, туғандары уның өсөн ураҙа тотһон”, - тигән.
- Ураҙа ниәтен ҡайһы берәүҙәр ғәрәпсә уҡый, әгәр ул ниәт һүҙҙәрен таба алмаһаң, үҙ телеңдә генә әйтергә яраймы?
- Ниәт - ул күңел ғәмәле. Күңелдән генә ниәтләһәң дә ярай. Бәндәнең ни уйлағаны Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм. Әгәр инде ғәрәп телендә ниәтләргә уйлаһағыҙ, быныһы инде дөрөҫөрәк булыр.
- Ураҙаны беренсе өс көнөн һәм һуңғы өс көнөн генә тотоусылар бар. Шулай итһәң, был тулы ураҙа булып иҫәпләнә, тип инанып йөрөүселәр күп.
- Был - үҙ-үҙеңде алдау һәм Аллаһы Тәғәләне алдарға тырышыу була. Билдәле, Аллаһы Тәғәләне алдап булмай. Кеше ураҙаның башында өс көн тотам, тип ниәтләй һәм уны тота. Сөнки ул ниәтләгән, әҙерләнгән, Аллаһы Тәғәлә уға ярҙамын бирә. Ураҙаның иң ауыр көндәре - беренсе өс көнө лә инде. Сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙҙең тәнде шулай итеп яралтҡан, ошо өс көндә организм был һәләткә өйрәнә. Һыу эсергә ярамай, ашау ҙа кис менән генә. Кеше организмы ошо өс көндә көйләнә. Өс көн ураҙа тотоп, организм эйәләшә генә һәм ул уны тотмай башлай. Зыяны кемгә? Аллаһы Тәғәләгәме? Ул һинең ураҙаға мохтаж түгел. Әгәр бәндә һау-сәләмәт икән, үҙ-үҙен алдатмаһын, ураҙаны тулайым тотһон, сөнки ураҙа бәндәнең үҙенә кәрәк. Бик кәрәк! Ураҙа ваҡытында кеше үҙ-үҙен тәрбиәләй, күңелен дә, тәнен дә паҡлай. Һәм файҙаһы ла күп. Шуның өсөн башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла унар көн булһын. Йыйыны утыҙ көн була. Рамаҙандың беренсе ун көнө Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт көндәре, икенсе тиҫтәһе - гонаһтарҙан паҡланыу көндәре һәм һуңғы ун көнө - йәһәннәм утынан ҡотолоу ваҡыты.
- “Мин саҙаҡа ғына бирә алам бит, ниңә ураҙа тотоп интегергә”, тине миңә бер бай ҡатын. Ураҙа тота алмаған кеше фидиә саҙаҡаһы бирергә тейеш. Быныһы күптәргә билдәле. Сәләмәтлеге булып та ураҙаға кермәгән кешенең өҫтөнән төшәме ул фидиә саҙаҡаһы?
- Аллаһы Тәғәлә үҙенең Ҡөрьәнендә: “Кем айҙы күрҙе, шул ураҙа тотһон”, - тине. Йәғни кем Рамаҙан айына иҫән-имен килеш керә, шул ураҙа тоторға тейеш. Ауырыу йәки сәфәрҙә булған кеше, уны башҡа көндәргә ҡалдырып торһон. Хроник ауырыу булғандар, ҡайһы берәүҙәр көн дауамында дарыуһыҙ йәки һыуһыҙ, ризыҡһыҙ тора алмай. Шәкәр сирен генә алайыҡ, улар көн оҙоно һыу эсмәй тора алмайҙар. Йәки бик оло йәшкә еткән кешеләр бар. Улар ҙа ураҙа тота алмаҫҡа мөмкин, ураҙа тота алмауҙары сәбәпле, бер көнгә бер меҫкен кешене ике тапҡыр ашатырға тейеш.
- Бөтөн кешене лә өйгә саҡырып ашатып булмай. Фидиә саҙаҡаһын аҡсаға әйләндереп әйтһәк, быйыл уның күләме нисә һум була? Хаҡтар үҙгәрҙе бит.
- Эйе, фидиә саҙаҡаһын аҡса менән дә биреп була. Ашатмаған кеше 500 һум аҡса ла бирә ала. Бер айға был 15 000 һум була.
- Бер яҡтан да кереме булмаған, тик бер пенсияһына генә ҡарап торған кеше өсөн ҡиммәт булмаймы?
- Уны бер айҙа биреп бөтөрөү мәжбүри түгел. Ай һайын пенсияһынан һумлап сығара ала икән, фидиә уның өҫтөнән төшә. Әммә уны фидиә саҙаҡаһы тип ниәтләп бирергә кәрәк. Әгәр ҙә уға ла мөмкинлеге юҡ, үҙенә лә пенсияһын көскә еткереп бара икән, фидиә бирмәһә лә ярай. Аллаһ үҙе күрә һәм кисерә.
- Фидиә саҙаҡаһын бирергә мохтаж кешене таба алмаһаң, урамда интегеп йөрөгән эт-бесәйҙәрҙе йәки ҡоштарҙы ашатырға яраймы?
- Юҡ. Фәҡәт мохтаж кешегә. Ул мәхлүктәрҙе фәҡәт Рамаҙан айында түгел, йыл әйләнәһенә ашатырға тейешбеҙ. Әгәр бирер кешене тапмаһағыҙ, мәсеткә илтегеҙ, тик был осраҡта фидиә икәнен әйтеп, ниәт ҡылып бирергә кәрәк, улар уны үҙҙәре мохтаждарға тапшыра.
- Аңлауыбыҙса, фидиәне ураҙа тотҡан кешегә биреү мәжбүри түгел, мохтаж булыу ғына шарт.
- Эйе, мохтаж мосолман булыуы шарт.
- Бала имеҙеүсе йәки йөклө ҡатындар фидиә түләйме?
- Әгәр ҙә ул үҙенең йәки балаһының сәләмәтлеге өсөн ҡурҡа икән, уға ураҙа тотмаһа ла ярай. Ҡайһы берәүҙәр имеҙә торған, йә булмаһа, йөклө ханым фидиә түләргә тейеш, ҡаза ҡылмаһа ла ярай, тип яңғылыша. Дүрт мәҙһәб ғалимдары фекеренсә, улар ауырыу хөкөмөнә керә һәм башҡа ваҡытҡа ҡаза ҡылырға тейеш. Фидиә түләп, ҡаза өҫтәренән төшмәй. Ҡатын-ҡыҙ йылдар буйы йөклө булып йөрөмәй, баланы ла оҙаҡ имеҙмәй, шуға күрә улар ураҙаны һуңыраҡ тоторға тейеш.
- Күптәр ураҙа айында фитыр саҙаҡаһы бирергә кәрәклеген белмәй. Ҡайсан бирһәң дөрөҫ була? Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан да был һорау йыш килә.
- Фитыр саҙаҡаһын ҡайһы берәүҙәр ураҙаның аҙағында ғына бирергә кәрәк, тип уйлай. Рамаҙан айы башланған беренсе көндән үк бирһәгеҙ яҡшы. Ни өсөнмө? Сөнки меҫкен кешене был айҙа тиҙерәк һөйөндөрөү, ул да үҙе теләгән ризығын алып ашаһын өсөн. Бер яҡтан ҡарағанда бының бәрәкәте күп булһа, икенсе яҡтан ҡарағанда, ҡайһы берәүҙәр ваҡытында биреп өлгөрә алмай, һуңға ҡалыу ихтимал. Ғәйет намаҙына ҡәҙәр тапшырырға кәрәк уны. Һуңға ҡалғандар ғәйет намаҙы барғанда мәсеттә күбрәк ығы-зығы тыуҙыра. Ҙур сират барлыҡҡа килә, улар үҙҙәренсә шаулаша-шаулаша, ашыға-ашыға ул саҙаҡаларын тиҙерәк тапшырырға тырыша. Хәҙрәт намаҙына баҫалмай уларҙың саҙаҡаһын ҡабул итеп ултырырға тейеш буламы? Был инде Аллаһы Тәғәләне лә, намаҙ уҡыусыларҙы ла хөрмәт итмәү була. Беҙ бит мәсеткә вәғәз тыңларға, намаҙ уҡырға киләбеҙ. Ғәйет намаҙына бәндә, матур кейемдәрен кейеп, вәғәз башланғансы алдан килеп ултырырға тейеш, вәғәз тамамланғас, йәмәғәт намаҙына барыһы ла баҫарға тейеш.
- Фитыр саҙаҡаһын яҡындарыңа, ата-әсәйеңә йәки балаларыңа бирергә яраймы?
- Саҙаҡа мохтаж кешегә бирелә, тинек. Әсәй кешене меҫкенгә һанап, саҙаҡа биреү ярамаҫ. Сөнки атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрең, балаларың һәм ейәндәрең һинең ҡарамағыңда. Уларға саҙаҡа түгел, бүләк биреп һөйөндөрөргә кәрәк. Уларҙан бүләктәрегеҙҙе ҡыҙғанмағыҙ! ИншәАллаһ, беҙгә алыусы түгел, биреүсе булырға яҙһын!
- Фитыр саҙаҡаһы ҡайһы берәүҙәр күңелендә төрлө һорауҙар ҙа тыуҙыра. “Ҡайҙан килгән тәртип был?”- тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар. “Саҙаҡаның хаҡын билдәләйҙәрме ни?” - тигән һорауҙар ҙа килә. “Беҙ биргән саҙаҡалар ҡайҙа китә?” - тип әйтеүселәр юҡ түгел.
- Мөхәммәд (с.ғ.в) заманында ла саҙаҡаның күләме булған. Әммә фитырҙы аҡса менән бирегеҙ тип әйтмәгән. Беҙгә аңлар өсөн был - өс литрлы банка күләме. Бына ошо банкаға тултырып хөрмә емеше һалабыҙ икән, бына был - беҙҙең фитыр саҙаҡаһы. Беҙ уны шулай итеп бирергә тейеш. Быны йыйыу, әлбиттә, мәсеттәр өсөн өҫтәмә йөк. Сөнки уны беҙгә аҡсалата килтерәләр, беҙ уны йыйып, мәсеттең үҙ хәжәттәренә бер тинен дә алмайынса, меҫкен-фәҡирҙәргә таратырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә үҙегеҙҙең тирәлә етемдәр, меҫкен-фәҡирҙәр бар икән, ошо өс литрлы банка менән хөрмәне уларға бирегеҙ. Ашаһындар, байрам итһендәр. Хөрмә генә түгел, төрлө ярмалар ҙа бирергә мөмкин. Фитыр саҙаҡаһын мәсеткә килтерҙең икән, һиңә һауабы яҙылды. “Хәҙрәттәр быны нимә эшләтә икән, ҡайҙа ҡуя икән, тип уйлау - һауаптарҙы әҙәйтә. Уйлау ҙа хатта. Бирҙең икән, онот! Уң ҡулың менән биргән саҙаҡаны һул ҡулың һиҙергә тейеш түгел. Мәсеткә килтереп биргән саҙаҡалар һеҙҙең өҫтөгөҙҙән төштө, инде хәҙрәттәр тулыһынса үҙ өҫтәренә алды. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн үҙҙәре тейеш урынға тапшырасаҡ. Ҡайҙа ҡуйғаны өсөн ул Аллаһ хозурына барғас, яуап бирә. Әгәр ҙә мәсеттең түләй торған бурыстары бар икән, ул мәсет өсөн тотонһа ла ярай. Был осраҡта мәсет тә мохтаждар рәтенә керә. Бөгөнгө көндә мәсеттәрҙе тотоу ҙа бик еңелдәрҙән түгел, уның да утына, һыуына, йылыһы өсөн түләргә кәрәк. Быйыл фитыр саҙаҡаһының күләме 100 һум.
- Мин ишеткән инем, фитыр саҙаҡаһы менән зәҡәтте лә Рамаҙан айында бирһәң, һауаплы, тип. Шул дөрөҫмө?
- Зәҡәт йылына бер тапҡыр бирелә. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.) зәҡәт күләмен дә аҡса менән әйтмәгән. Ул уны алтын менән билдәләгән. Кемдәр бирә? Бер ир-аттың, мәҫәлән, алтын йөҙөгө кейелмәй ятһа, шунан процент алына. Динебеҙ ҡануны буйынса, ир-ат алтын кейеп йөрөргә тейеш түгел. Ә ҡатын-ҡыҙ үҙенең алтындарынан зәҡәт түләмәй. Әгәр берәүҙең машинаһы йыл буйына гаражда йөрөмәйсә торһа, машинаның хаҡына ҡарап проценты билдәләнә. Ҡырыҡ бер һарыҡтан зәҡәт түләнә, ҡырыҡ ҡына һарыҡ булһа, бирелмәй, һыйыр утыҙҙан артыҡ булһа, түләнә. Банкта аҡсаһы булғандар ҙа, ҙур ғына сумма өйөндәге быяла банка эсендә ятһа ла, шунан 2,5 процент алып меҫкен-етемдәргә, фәҡирҙәргә өлөш сығарырға тейешбеҙ. Был - улар өлөшө, Аллаһы Тәғәлә уны һеҙҙең аша биргән. Шуға күрә зәҡәтте лә, фитыр саҙаҡаһын да бирергә кәрәк. Тик шуныһы ла бар: ғөшөр саҙаҡаһы тик мосолмандарға ғына түләнә, ә зәҡәт милләтенә һәм диненә ҡарамай бирергә мөмкин... Мәҫәлән, бөгөнгө көндә Украина яғынан ер һәм йорттар ҡалдырып, беҙҙең яҡтарға күсенеп килгән кешеләр күп. Бөгөнгө көндә уларҙың торор ере лә, кейеме лә, ризығы ла юҡ. Бына зәҡәтте уларға бирһәгеҙ ҙә дөрөҫ һәм бик һауаплы була. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.) әйтә: “Башҡа ваҡытта бер изгелеккә - ун изгелек яҙылһа, ураҙала - ете йөҙгә ҡәҙәр”, - ти. Тимәк, был айҙа зәҡәт биреү һауаплыраҡ та һәм бик күркәм дә була.
- “Ураҙа тотмаһам да ифтарға саҡыралар, мин бармай ҡалам. Бер йылды шул ай мәсеткә ауыҙ асырға саҡырҙылар. Мин барҙым, кереп ултырҙым, һуңыраҡ килгән, ураҙалы кешеләргә ризыҡ етмәне. Шунда бик уңайһыҙ булды. Ифтар бит ауыҙ асыу мәжлесе, бармаһам ярайҙыр бит”, тип һораған бер ханым. Ураҙа тотмаған килеш, тәмле ашап ҡайтыу өсөн көн дә мәсеткә ифтарға йөрөүселәр бар, тиҙәр. Уның гонаһы юҡмы?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең төрлөһө бар шул. Быға бер яҡлы ғына ҡарарға ярамай. Кемдер ауырыу булғанға ураҙа тота алмай, мәсеттә бешкән ризыҡты ашаһам, һауығам, тип өмөтләнеп килә. Шунда уҡ Ҡөрьән тыңлай, доға ҡыла, намаҙ уҡый. Кемдер бик мохтаж хәлдә, ысынлап та, ураҙала булмаһа ла, ашарға тип өмөтләнеп килә. Ҡайһы берәүҙәр ҡыҙыҡ өсөн генә, тәмле ашау өсөн генә йөрөй. Ундайҙар ураҙа тотмай, намаҙ ҙа уҡымай, доға ла ҡылмай. Әгәр ҙә көнө буйы ураҙа тотҡан кешегә ифтарҙа урын ҡалмаһа, күңелле күренеш түгел, әлбиттә. Ифтар ураҙалылар өсөн әҙерләнә бит. Миңә ҡалһа, ураҙала булмағандар ойоштороусыларҙан рөхсәт һорап керергә тейеш. Ризыҡ етерлекме, юҡмы? Күп булһа, әлбиттә, рәхим итһендәр. Беренсенән, исраф булып ҡалмаҫ, икенсенән, ойоштороусылар ҙа, хәҙрәттәр ҙә бер кемде лә кире бороп сығарып ебәрмәҫ, сөнки ризыҡ - Аллаһтан, бәлки, Раббыбыҙ ҡушып, ундағы вәғәздәрҙе ишетеп күңелдәре менән дингә яҡынайыр тип, өмөтләнерҙәр. Тик ураҙа тотмайынса, тәмле ашар өсөн генә ифтарға килгән кеше, иң беренсе шуны аңлаһын ине: ураҙа тотҡандар янында ураҙаһыҙ булһа ла, улар менән бергә ауыҙ асҡан булып ҡыланып ултырыу - ике йөҙлөлөккә керә. Көндәр буйы һыуһап, ураҙа тотҡандарҙан иң алда өҫтәл артына кереп ултырыу тәртипһеҙлеккә инә. Шуға күрә, ураҙа тотмағандар үҙҙәре аңлап, ауыз асырға килгәндәрҙе беренсе ултыртһалар, был бик күркәм ғәмәл булыр ине. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.) әйтә: “Кем ураҙа тотҡан кешене ашата, уның нәҡ шундай һауабы була”, - ти. Мәҫәлән, беҙ ифтарға 30 кеше саҡырҙыҡ, ти, уның 20-һе ураҙалы икән, шул 20 кеше өсөн һауабы бара. Ҡалғандары ураҙаһыҙ булһа ла, беҙгә уларҙы ашатҡан өсөн рәхмәт яҙыла. Бындай мәжлестәргә ураҙа тотмаусыларҙың килеүе гонаһ түгел. Килһендәр, доға ҡылһындар. Ифтарҙа ҡатнашҡан ураҙаһыҙ кешегә ураҙаға керергә, бәлки, был мәжлес сәбәп булыр. Ауыҙ астырыу - бик изге ғәмәл.
- Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул булмай тигәнде ишеткәнем бар. Был ысынлап та шулаймы?
- Аллаһы Тәғәлә беҙгә биш фарыз әмер иткән. Былар - иманлы булыу, ураҙа тотоу, намаҙ уҡыу, зәҡәт биреү, хаж ҡылыу. (Һуңғыһын - хаж ҡылыуҙы, әлбиттә, барыһы ла үтәй алмаҫҡа ла мөмкин. Ул байҙарға ҡағыла). Әгәр береһен үтәп, икенсеһен әле үтәмәйбеҙ икән, беренсе үтәгән ғәмәл өсөн һауабын, үтәмәгән өсөн гонаһын алабыҙ. Әммә намаҙ уҡымайым тип, ураҙаға кереүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Маҡсат ҡуйығыҙ ҙа, ураҙала әкренләп намаҙ ҡағиҙәләре менән таныша башлағыҙ. Ундай миҫалдар, шөкөр, бар. Кемдер баштараҡ йома намаҙҙарына ғына йөрөй, унан һуң көн һайын биш ваҡыт намаҙын уҡый башлай. Һеҙҙең уй-ниәтегеҙ Аллаһҡа билдәле, әгәр ябығыр өсөн генә тотмаһағыҙ, Аллаһы Тәғәлә, иншаАллаһ, ҡабул итер.
- Ә тәмәке тартҡан кешенең ураҙаһы боҙоламы?
- Боҙола. Хатта мөрйәнән сыҡҡан төтөнде еҫнәһә лә, ураҙа боҙола. Ә кухня тирәһендә бешеренеп йөрөгән кешенеке боҙолмай. Мәҫәлән, шашлыҡ бешерә, ти. Унда ла төтөн, тик ураҙаһы боҙолмай, сөнки уның эше шул. Әгәр ураҙа тотоусы кеше тәмәке тартыусы кеше янынан үтеп киткәндә моронона тәмәке еҫе керһә лә ураҙа боҙолмай. Әгәр тәмәке төтөнөн еҫнәп, уның менән баҫып һөйләшеп торһа, боҙола.
- Сәхәр ашамаған кешенең ураҙаһы дөрөҫмө?
- Ураҙа тоторға ниәтләгән кеше таң атҡансыға тиклем ашамай һәм сәхәрһеҙ ураҙа тота икән, уның ураҙаһы дөрөҫ була, ләкин бәрәкәте булмай. Сөнки Мөхәммәд (с.ғ.в.) сөннәтенә кергән бер ғәмәлде эшләмәйсә ҡалдыра. Ашамайса ураҙа тотоуҙың файҙаһы булмай. Үҙен генә интектерә. Уның да иҫен юғалтып йығылыу ҡурҡынысы бар. Ауырып та китергә мөмкин. Ул көн буйы шул кис еткәнен көтөп, тик ашау тураһында ғына уйлап йөрөргә мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.): “Сәхәрҙе йоҡлап ҡалмағыҙ”, - тип киҫәткән.
- Тәрәүих намаҙын мәсеттә генә уҡыйҙармы?
- Өйҙә лә уҡырға ярай. Ҡайһы берәүҙәр һигеҙ рәҡәғәт уҡыу ҙа етә, тиҙәр. Был һигеҙ рәҡәғәтте кемдер уйлап сығарған да, шунан халыҡта таралған. Юҡ ул һигеҙ рәҡәғәт тигән төшөнсә. Һау-сәләмәт кеше өсөн егерме рәҡәғәт дөрөҫ була. Ә ауырыуҙар, аяҡ өҫтөндә оҙаҡ баҫып тора алмағандар, үҙҙәре ҡыҫҡартып уҡый ала, дүртме, һигеҙме рәҡәғәт. Хәлдәренә ҡарап уныһы. Был ғәмәл фарыз булмаһа ла, сөннәт булһа ла, Аллаһҡа баш эйергә иренергә ярамай. Был айҙа, киреһенсә, һауаплы эштәр башҡарып ҡалырға тырышырға кәрәк. Йылына бер генә тапҡыр торған изге ай бит. Гонаһтарҙан арынып, таҙарынып ҡала торған ай.
- Ураҙа тотоусыларға теләктәрегеҙ, өгөт-нәсихәттәрегеҙ ниндәй?
- Был айҙа беҙҙең күҙебеҙ ҙә, ҡолағыбыҙ ҙа, телебеҙ ҙә, йөрәгебеҙ ҙә ураҙа тота. Ихластан ураҙа тотоусының йөрәге тәкәбберлектән, көнсөллөктән, ике йөҙлөләктән, асыуҙан паҡ булыр.
Ураҙа тотоусы фәхеш һүрәттәр, боҙоҡ фильмдар ҡарамаҫ, ғәйбәт, ялған һүҙҙәр һөйләмәҫ һәм тыңламаҫ, кешеләр менән тартҡылашмаҫ һәм кешеләрҙе әрләмәҫ. Аллаһтың Рәсүле (с.ғ.в.) әйтте: “Әгәр ҙә берәйһегеҙ ураҙа тотһа, боҙоҡ һүҙҙәр һөйләмәһен һәм ҡысҡырышып йөрөмәһен. Әгәр ҙә уны берәйһе әрләһә: “Мин ураҙала”, - тиһен”. Рамаҙан айында яман ғәҙәттәрҙән ситтә булайыҡ, тәрәүих намаҙҙарын ҡалдырмайыҡ, туғандарҙың хәлен беләйек, үҙебеҙҙе ҡулға алырға, сабырлыҡҡа өйрәнәйек, Ҡөрьәнде һәм уның тәфсирен өйрәнергә тырышайыҡ, Рамаҙандың ҡәҙерен беләйек, изге ғәмәлдәр ҡылырға ашығайыҡ, әгәр әле намаҙ уҡымайбыҙ икән, намаҙға баҫырға иң ҙур форсат был - ҡулдан ысҡындырмайыҡ, ауыҙ асыр алдынан доғалар ҡабул була - иҫтән сығармайыҡ, әгәр әлеге намаҙҙы өйҙә генә уҡыйбыҙ икән, мәсеттә йәмәғәт менән уҡырға күнегәйек, Рамаҙанда бер булһа ла, бер нисә кешене йыйып ифтар мәжлесе үткәрәйек, ҙур һауаптан мәхрүм булмайыҡ!
Ата-бабаларыбыҙҙан үрнәк алайыҡ. Улар һәр ваҡыт еңеүсе булған. Ил өҫтөнә ябырылып килгән дошманды ла еңгәндәр, ауырлыҡтарға ла бирешмәгәндәр, беҙ ҙә улар кеүек һәр ваҡытта ла еңеүселәрҙән булһаҡ ине. Ураҙа айында барыбыҙ ҙа доғала булайыҡ, ил-көндәребеҙ тыныс, тормоштарыбыҙ бәрәкәтле булһын.
- Амин! Хәҙрәт, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Аллаһы Тәғәлә оло яуаплы эшегеҙҙә ярҙамынан ташламаһын!

Ураҙа ниәте
Сәхәр ашағандан һуң уҡыла торған доға.
«Нәвәйтү ән-әсүүмә сәүмә шәхри рамаҙаан минәл-фәджри иләл-мәғриби хаалисан ЛИЛЛӘӘҺИ Тәғәәлә»
Мәғәнәһе: Иләһи! Ниәт ҡылдым ошо көндөң фарыз ураҙаһын тоторға, иртәнге сәхәрҙән киске ахшамға тиклем, Әмин.

Ифтар доғаһы
Ҡояш байығас, ахшам намаҙы еткәс, ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға
Бисмилләһир рахмәәнир рахиим.
«Аллаһүммә ләкә сүмтү, үә бикә әәмәнтү, үә ғәләйкә тәүәккәлтү, үә ғәлә ризҡыҡя әфтәртү, фәғфирлии йә ғәффәәрү мәә ҡәддәмтү үә мәә әххәртү».
Мәғәнәһе: “Йә, Раббым! Был ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һинә генә иман килтерҙем һәм Һиңә генә тәүәккәл ҡылдым һәм һинең ризығын менән ауыҙ асамын.
Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең әүәлге гонаһтарымды ла һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡа!”.

 

Автор:Гульнара Аскарова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: