Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Март 2023, 11:49

Силәбеләр Башҡортостан һалдаттарына ярҙам ебәргән

Златоуст ҡалаһынан әүҙем йәмәғәтсе Роберт Закиров "Ватан" ирекле отрядына гуманитар ярҙам йыйған.    

Силәбеләр Башҡортостан һалдаттарына ярҙам ебәргән
Силәбеләр Башҡортостан һалдаттарына ярҙам ебәргән

Был хаҡта Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов һөйләй:

– Башҡортостанда "Ватан" отряды ойошторолоуы хаҡында ишеткәс, республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенә башҡорт ойошмаларының әүҙем ағзаһы Роберт Закиров мөржәғәт итте. Ул отряд һалдаттары өсөн окоп шәмдәре, мина табыу өсөн ҡоролмалар, максировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшырҙы.

"Ватан" отряды СВО-ла ҡатнашып ҡайтҡан Рәмил Үлмәҫбаев ("Самурай") һәм Илгиз Солтанморатовтар ("Өршәк") башланғысы менән булдырылған. Отряд командиры "Самурай" күп хәрби бәрелештә ҡатнашҡан. Шуға күрә отрядҡа иң тәүҙә уның элекке хеҙмәттәштәре ҡушылырға теләк белдергән. Әлеге ваҡытта 250-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән, бер нисә һалдат хәрби әҙерлек урынына юлланырға әҙер. Отрядҡа башлыса хәрби тәжрибәһе булған егеттәр алына. "Ватан" отрядының телефоны һандары: +7 964 959-98-98.

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-29/sil-bel-r-bash-ortostan-aldattaryna-yar-am-it-3195803

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: