Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Март 2023, 10:30

"Кисерә алһаң..."

Буласаҡ ҡәйнә егеттең йөҙөнә, унан тупыс ҡулдарына ҡараны ла ап-аҡ булды. Күп йылдар элек ташлап киткән үҙ балаһы тора бит ҡаршында...

"Кисерә алһаң..."
"Кисерә алһаң..."

Йәнтимерҙең аяҡтары үҙәгенә үтеп һыҙлай башланы. Аяҡтар… Аяҡ шәрәмәттәре… Көн боҙолор булһа, шулай интектерә улар егетте. Бынан алдағы көндәрҙә лә һыҙланылар, ләкин түҙерлек ине. Ә бөгөн “үлтереп” ауырта: ул дауаханаға такси саҡыртып барырға булды.

- Алло! Һаумыһығыҙ. Был диспетчермы?

Телефондан моңло йыр ишеткәндәй булып, һиҫкәнеп китте ҡыҙ, бер аҙға өнһөҙ ҡалды, ләкин үҙен тиҙ генә ҡулға алды.

- Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе диспетчер тыңлай.

- Миңә тиҙ генә такси ебәрә алырһығыҙмы?

Егеттең тауышы шундай яғымлы! Ҡыҙҙың йөрәге беренсе һүҙҙәрҙән үк ярһып тибергә тотондо. Күкрәгенә һыймай – осорға талпынған ҡошмо ни! Шундай ҙа бәрхәт кеүек тауышты Аҡсәскәнең ошоғаса ишеткәне булманы, уның нисек тә егет менән оҙағыраҡ һөйләшкеһе килде.

– Тиҙ генә булмаҫ, ун-ун биш минут көтә алырһығыҙмы?

– Улай ғына көтөргә була. Рәхмәт!

– Адресығыҙҙы әйтегеҙ.

Йәнтимер адресын әйтте лә һаубуллашты. Ошо минуттан алып Аҡсәскә билдәһеҙ егеттең шылтыратыуын көтә башланы. Тағы такси саҡырырмы? Ҡасан шылтыратыр икән? Бер тапҡыр ҙа күрмәйенсә, тауышын ғына ишетеп ғашиҡ булырға мөмкинме ни? Телефон шылтыраған һайын йөрәге дарҫлап тибергә тотона: “Ул! Билдәһеҙ егет!” Һәм бына, ниһайәт, көткән тауыш! Уны меңдәр араһынан да айыра ҡыҙ. Шул уҡ яғымлы, бәрхәт, моңло тауыш!

Ул тағы такси саҡырҙы. Аҡсәскә үҙенең әҙәпһеҙ ҡыланғанын белһә лә:

– Һеҙҙең һөйгәнегеҙ бик бәхетлелер, – тине.

– Ниңә улай тиһегеҙ?

– Һөйгәнегеҙ янына таксиҙа бараһығыҙҙыр…

Егет яғымлы тауыш менән көлөп ебәрҙе:

– Яңылышаһығыҙ, һылыуҡай, дауаханаға йөрөйөм. Минең өсөн әле ҡыҙ тыумаған.

Һүҙҙән һүҙ ялғанды, таныштылар. Һәм көн дә телефон аша аралаша башланылар, бигерәк тә ҡыҙ егеттең хәлен белешер булды.

Йәнтимер үҙен йәлләгәндәрен яратмай, һыҙланыуҙарын бер кемгә лә һөйләмәй. Зарланыу менән ҡул-аяғының һыҙлауы баҫылмаясағын белә ул. Хәйер, һөйләр кешеһе лә юҡ. Телефон аша танышҡан билдәһеҙ ҡыҙға эс серҙәрен сисә алмай бит инде. Йәнтимерҙе үҫтергән, тәрбиәләгән, өйөнә уҡытыусылар саҡырып уҡытҡан, аҙаҡ ярым-ярты аяҡтарына протез ҡуйҙырып атларға өйрәткән әсәкәйе ике йыл элек мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.

– Йәнең йәннәттә булһын инде... – тип өҙгөләнеп иланы егет. Тәүҙә әсәһен юҡһынып көндәр буйы фотоһын ҡарап ултырыр булды. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды.

– Былай ярамай! Яҡынымдың йәнен рәнйетмәҫкә, эш менән булырға, йәшәргә кәрәк!

Йәнтимер бала саҡтан яратҡан шөғөлөнә тотондо. Әсәһе иҫән саҡта уның портретын төшөрөп бөтмәгәйне, берсә ҙурайтылған фотоһына ҡарап, берсә күҙ алдына килтереп, бер аҙна тигәндә ошо эшен тамамланы. Ижад емешенән ҡәнәғәт булып, бүлмәнең иң түренә элеп ҡуйҙы.

Бер нисә көн ял иткәс, ҡулдары һыҙлаһа ла, үҙенең автопортретына тотондо. Хәл белергә ингән күршеләре быны күреп таң ҡалды, егеттең һәләте хаҡында таныштарына һөйләне. Йәнтимерҙең эштәре яйға һалынды: бик күп кешегә портреттар яҙҙы, пейзаждары ла ғәжәп матур килеп сыҡты, картиналарын һатып алырға теләгәндәр күбәйгәндән-күбәйҙе. Һүрәтте бәләкәй сағынан төшөргән егеткә шөғөлө оҡшай. Шулай ҙа, әлбиттә, эште атҡарып сығыу бик ауыр ине уға.

Протездары менән йөрөй башлағанда ла егеткә еңел булманы, ләкин ул тешен ҡыҫып түҙҙе. Тәүҙә ныҡ һылтыҡлаһа, хәҙер уның протездар менән йөрөгәнен табиптар һәм күршеләренән башҡа бер кем дә белмәй. Тик бына ҡулдары… Протез бармаҡтар ҡуйҙырыуҙың бер файҙаһы ла булмаясаҡ, сөнки Йәнтимерҙең ҡул суҡтары – усы ла, бармаҡтары ла – юҡ. Ҡылҡәләмде ана шул тупыс ҡулдары менән ҡыҫып тота, тәүҙә бик уңайһыҙ ине, хәҙер өйрәнде.

* * *

Мәргән мәктәпте тамамлағас, ташсы һөнәрен үҙләштереп, ҡалала эшкә урынлаша. Бер бригадалағы штукатур-маляр Гөлзәмиәгә ғашиҡ була, ҡыҙ ҙа уға битараф түгел икән. Оҙаҡламай йәштәр өйләнешә, ләкин Мәргән “сәскәнән сәскәгә ҡунған күбәләк” булып сыға. Ауырлы ҡатынын ташлап, ул икенсе сибәркәй менән сығып китә.

Ваҡыты еткәс, Гөлзәмиә бала табыу йортона килә. Сабый донъяға ауаз һала – малай тыуа. Ләкин уның тубыҡтан өҫтә ике аяҡ шәрәмәте һәм ике ҡулының да ҡул суҡтары булмай. Табиптар өнһөҙ ҡала. Нисек итеп йәш әсәгә әйтергә? Ул ни эшләр? Хәле лә шәптән түгел.

Гөлзәмиә һушына килгәс, күҙҙәрен түшәмгә төбәп байтаҡ ята, унан бәпесе тураһында һораша. Белгәс, ҡабаттан һуштан яҙа, ә аҙаҡ балаһынан баш тарта.

Аяҡ-ҡулдары булмаған кескәй кенә йомғаҡ, гонаһһыҙ сабый, ата-әсәһе иҫән була тороп, тормош тигән оло диңгеҙҙә япа-яңғыҙ ҡала. Шулай ҙа мәрхәмәтле, оло йөрәкле кешеләр бар бит ул донъяла! Сабыйҙы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгән Сафия үҙенә уллыҡҡа ала. Йәнтимер тип исем ҡуша, бөтөн ғүмерен уға бағышлай. Малай үҙенең ташландыҡ бала икәнен белмәй, әсә һөйөүен, наҙын татып үҫә. Дауаханаларға ла, шифаханаларға ла йөрөтә уны әсәһе. Ғәзиз кешеһе мәрхүмә булғас, Йәнтимер бараһы ерҙәренә такси саҡырырға мәжбүр була.

* * *

Аҡсәскә менән телефон аша танышыу Йәнтимергә күңел йыуанысы булһа ла, хафаландырҙы. Ҡыҙ бик үткер, ахыры, осрашайыҡ, ти. Егеттең дә Аҡсәскәне бик күрәһе килә, ләкин өмөттәренең селпәрәмә килеүенән ҡурҡа. Ни өсөн тигәндә, бер нисә ҡыҙ Йәнтимерҙең сибәрлегенә ғашиҡ булып та, тупыс ҡулдарын күреү менән ҡоттары осоп, шунда уҡ ташлап китте.

– Ә аяҡтарымды күрһәләр, бөтөнләй һуштан яҙып йығылырҙар ине, – тип уйланы егет.

Аҡсәскә бик ныҡышмал ҡыҙ булып сыҡты, Йәнтимер янына килде. Инде лә, әйтерһең, Йәнтимерҙең күлдәй саф һәм тәрән зәңгәр күҙҙәренә сумды! Ғашиҡ булды. Егет тә унан күҙҙәрен ала алманы.

– Һаумы, Йәнтимер! Мин килдем, – тине ҡыҙ ҡыйыу итеп.

– Һаумы, Аҡсәскә! Һине шулай күҙ алдыма килтергәйнем.

Улар бер-береһенең ҡосағына атылды. Унан Йәнтимер:

– Ултырайыҡ, Аҡсәскә, – тине һәм тупыс ҡулдарын тубығына һалды. Ҡыҙ һирпелеп ҡараны.

– Ҡурҡмайһыңмы? Аптыраныңмы? – тип һораны егет шым ғына.

– Юҡ! Аптырамайым! Ҡурҡмайым да! Мин бит һинең тауышыңды ишетеү менән ғашиҡ булдым...

Йәнтимерҙең күңелендә ҡойон уйнаны, берсә йөрәге йондоҙло күккә атылды, берсә күбәләкле, сәскәле ергә төштө, илағыһы килде, ләкин ул йылмайҙы. Сибәр, бөтә ағзалары теүәл ҡыҙҙың үҙенә ғашиҡ булдым тип әйткәненә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, бер килке тын ултырҙы. Ошо минуттарҙа уларҙың йөрәктәре генә “һөйләште”. Егет еңелсә дерелдәгән ҡулдары менән ҡыҙҙың яурынынан ҡосаҡланы. Ә ҡыҙ егеттең күкрәгенә башын һалып, ниңәлер, түгелеп илап ебәрҙе. Ҡайнар күҙ йәштәре Йәнтимерҙең битен, муйынын сылатты. Был Аҡсәскәнең оло шатлыҡ һәм бәхет йәштәре ине. Улар, ҡушылып үҫкән ҡайындар һымаҡ, бер-береһенә һырылды. Байтаҡ шулай ултырҙылар. Беренсе осрашыуҙа уҡ ҡыҙҙы өркөтөп ҡуймайым тип, аяҡтары тураһында әйтмәне егет. Бәлки, ҡыҙҙың ваҡытлыса мауығыуылыр, тип тә уйланы.

Ләкин яңылышты: Аҡсәскә уны ташламаны. Көндән-көн нығыраҡ яратты, егеттең аяҡтарының протез икәнен белһә лә. Уларҙың осрашыуына ике йыл да булып китте, ләкин егет һаман өйләнергә ашыҡманы, ҡыҙҙы бәхетһеҙ итермен, тип ҡурҡты. Ләкин Аҡсәскәнең исеме генә түгел, күңеле лә аҡтан-аҡ, пактан-пак ине.

– Мин үҙемде донъяла иң бәхетле кеше итеп хис итәм, тик һине осратҡас ҡына шуны аңланым, – тине ул.

Аҡсәскәнең саф хистәрен, үҙенең дә ҡыҙҙы өҙөлөп яратыуын, унан башҡа йәшәүҙең мәғәнәһе булмауын төшөнгән Йәнтимер, ниһайәт, яҙмышын ыңғай яҡҡа хәл итергә йөрьәт итте.

– Аҡсәскәм! Йәнем! Һинең ҡулыңды һорарға барам. Атай-әсәйеңә әйт, һылыуым.

Егеттең башынан йәшен тиҙлегендә уйҙар үтте: “Әгәр риза булмаһалар, ни эшләрмен?”

– Ысынлапмы, Йәнтимер, йәнем?! Күпме көттөм был һүҙҙәреңде, бәғеркәйем! Әлбиттә, ата-әсәм риза буласаҡ. Мин уларға һине өҙөлөп яратыуымды әйттем.

– Ә минең турала әйттеңме һуң? Аяҡ-ҡулдарым тураһында…

– Йәнекәйем, һис тә борсолма! Атайым да, әсәйем дә мине бик ярата. Иркәләп-наҙлап үҫтерҙеләр, улар – донъялағы иң яҡшы кешеләр!

Аҡсәскә Йәнтимерҙең күҙҙәренә һөйөп ҡараны.

* * *

Гөлзәмиә бала табыу йортонда улын ҡалдырып киткәс, ул турала уйламаҫҡа тырышты, төҙөлөшкә урынлашты. Баш баҫып эшләне, йыл артынан йылдар үтте. Мәргән ташлап киткәс, ир-егеттәргә ышанманы, өйләнешергә тәҡдим яһаусыларҙы ла кире ҡаҡты. Бер кем дә уның бала табыу йортонда сабыйын ҡалдырғанын белмәне, был турала әхирәтенә лә һөйләмәне.

– Балам үле тыуҙы, – тине лә ҡуйҙы.

Бер көн әхирәте Һәҙиә:

– Гөлзәмиә, егеттәрҙе яратмайһың, уларға ышанмайһың, былай яңғыҙ йәшәргә ярамай, – тине. – Ҡартайғас ни эшләрһең?

– Уңмаһаң, унға бар, тип әйтергә теләйһеңме?

– Юҡ. Тағы бер тапҡыр бәхетеңде һынап ҡара.

– Нисек?

– Әхирәт, күршемдең ҡатыны мәрхүмә булғайны, һине димләйем әле уға.

– “Иртә уңмаған – кис уңмай, кис уңмаған – һис уңмай” тиҙәр бит әле. Әллә инде, мин уны, ул мине оҡшатырбыҙмы икән?

– Оҡшатырһығыҙ бер-берегеҙҙе. Ул яҡшы ир булды, ҡатыны бик маҡтай торғайны, мәрхүмәнең урыны йәннәттә булһын. Һин дә эшкә уңғанһың, сибәрһең дә. Тик уның бәләкәй ҡыҙы бар, атай кешегә шул баланы үҙенекеләй күргән әсәй кәрәк. Йәшермәйем, күршем бер-ике тапҡыр өйләнеп ҡараны.

– Бик ваҡсыл, мыжыҡ кешелер?

– Юҡ. Ҡыҙын әҙ генә ҡыйырһытҡандарын белһә, ҡатындарын айырҙы. Ҡыҙыҡай бик иркә, үҙ һүҙле, атаһы үҙен ныҡ яратҡанын белә.

Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан, йомғаҡтай ғына балаһын ташлап киткәндән һуң үҙен кисерә алмаҫлыҡ ғәйепле һанаған Гөлзәмиә уйланы-уйланы ла әхирәте димләгән Аҡманға тормошҡа сығырға риза булды. Һәүетемсә генә йәшәп киттеләр. Ҡыҙҙы үҙенеке кеүек иркәләтеп кенә ҡараны, иренә лә яраны. Ләкин Гөлзәмиәгә башҡа бала табырға яҙманы.

* * *

Аҡсәскәләрҙең йортона яҡынлашҡан һайын Йәнтимерҙең йөрәге ярһыу аттай типте. “Ярһыма, йөрәгем, тыныслан. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ”, – тип үҙ-үҙен тынысландырырға тырышты егет.

Улар килеп ингәндә бүлмәгә тәмле аш еҫтәре таралғайны һәм бик матур итеп өҫтәл әҙерләнгәйне. Аҡсәскә менән Йәнтимерҙе Аҡман ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ҡыҙы уға иркәләнеп һыйынды ла:

– Атай! Таныш бул, был – Йәнтимер, – тине һәм һөйгәнен барып ҡосаҡланы. Йәнтимер уңайһыҙланып ҡына, һылтыҡлай биреп Аҡманға табан атланы, ләкин күрешмәне. Ул буласаҡ ҡайныһын тупыс уң ҡулы менән ҡосаҡланы, ә һулы менән күкрәгенә сәскә гөлләмәһе ҡыҫып тотҡайны, Аҡсәскәнең әсәһенә бүләк итергә…

Ул арала аш-һыу бүлмәһенән биттәре алһыуланған бик сибәр ханым килеп сыҡты ла бер иренә, бер егеткә ҡараны. Йәнтимер күкрәгенә ҡыҫҡан матур гөлләмәһен йылмайып әсәгә һондо.

Гөлзәмиәнең сәскәгә үрелгән ҡулдары һауала аҫылынып ҡалды, йөрәге туҡтағандай булды, алһыу йөҙө ап-аҡ булды, күҙҙәре ҙур булып асылды. Уның ҡаршыһында йәп-йәш Мәргән тора кеүек, ләкин…

Гөлзәмиә берсә һыу һөлөгөндәй сибәр егеттең йөҙөнә, берсә уның тупыс ҡулдарына ҡараны, үҙенең бәғер итен танып, күкрәгенән иңрәү-һыҡтау сыҡты. Барыһын да аптыратып, Йәнтимерҙе күкрәгенә ҡыҫты һәм иланы ла иланы. Унан тубыҡланып улының протез аяҡтарын һыйпарға тотондо.

– Ғәфү ит, балам! Кисерә алһаң, кисер мине, – тип һуштан яҙҙы унан.

Һис ни аңламаған Йәнтимер гөлләмәһен ҡосаҡлаған килеш һынташ кеүек ҡатып ҡалды…

Таңһылыу ҒҮМӘРОВА.

Фото: gadget-apple.ru

Автор:Дилбәр Ишморатова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: