Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Март 2023, 21:30

“Инвалид ҡатынын ташлап, йәшен алырға йөрөй..."

– Эх, дуҫҡай, белмәйһең хәлем­де. Шул тиклем бәхетле тормо­шобоҙ селпәрәмә килде бит... – тип башланы һүҙен элекке курсташым. Баҡтиһәң...    

“Инвалид ҡатынын ташлап, йәшен алырға йөрөй..."
“Инвалид ҡатынын ташлап, йәшен алырға йөрөй..."

Был ғаиләгә һоҡланмаған кеше һирәк ине. Рәлиә менән Урал, ысынлап та, бик матур пар. Улар беренсе курсҡа уҡырға килгән саҡта баш ҡалала танышты. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән йәштәр тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булды. Беҙ, уларҙың курсташтары, был мөхәббәттең фәҡәт туй менән тамамланырына ышана инек. Шулай килеп сыҡты ла.

Улар өсөнсө курста уҡыған саҡта ғаилә ҡорҙо. Ятаҡта ғаилә­леләр өсөн тип бер бүлмә алдылар һәм матур итеп йәшәп тә киттеләр. Тырышып, сәмләнеп уҡынылар, һәр ваҡыт стипендия булһын тип тырышып, имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырҙылар. Урал ҡул ҡаушырып ултырманы, ғаиләһен ҡарар өсөн һәр эшкә лә тотонорға әҙер ине. Башҡа егеттәр төн буйы ғәмһеҙ ғүмер кисереп күңел асҡанда, ул йөк тә бушатты, урам да һеперҙе. Рәлиә иһә аҡсаға рефераттар, курс эштәре яҙҙы.

Бишенсе курсты тамамлап, диплом алған саҡта Рәлиә ауырлы ине. Йәштәрҙең улдары тыуҙы. Ҡуртымға фатир алып йәшәй башланылар. Шул йылдарҙа улар менән ара бер мәлгә өҙөлөп торҙо.

Һәм бына бер көн, һигеҙ йыл самаһы ваҡыт үткәс, осраҡлы рә­үештә урамда Уралды күреп ҡал­дым. Йәше яңы утыҙҙан үткән курсташымдың йөҙө таушалған, ҡартайып, йәмһеҙләнеп киткән кеүек. Үҙе һағындырған, күп нәмә тураһында һөйләшке килә. Шуға яҡындағы кафеға инеп ултырып аралашырға булдыҡ.

– Эх, дуҫҡай, белмәйһең хәлем­де. Шул тиклем бәхетле тормо­шобоҙ селпәрәмә килде бит... – тип башланы ул һүҙҙе.

Ҡуртымға фатир алғас, Урал, һөнәре буйынса эшкә урынлашып, яҡшы ғына хеҙмәт хаҡы ала башлай. Улдарына ике йәш тә тулмаҫ элек Рәлиә икенсегә ауырға ҡалғас, ипотекаға фатир алырға ҡарар итә­ләр. Ә тыуасаҡ бәпестәрҙең игеҙәк икәнлеген белгәс, ҡыуаныс­тары­ның сиге булмай. Йәш атай тағы ла дәртләнеберәк эшкә керешә, ипотеканы тиҙерәк түләү өсөн тағы бер эш ала. Бәпес менән өйҙә ултырған Рәлиә лә рефераттар яҙыуын дауам итә, булдырғанса иренә ярҙам итә.

Барыһын да ҡыуандырып, иге­ҙәк ҡыҙҙар тыуа. Һәүетемсә генә барған тормоштарының ни тиклем бәхетле булғанын улар һуңғараҡ ҡына аңлай. Ҡыҙҙарға дүрт йәш тулғас, өлкән улдары мәктәпкә барған йылда Рәлиә эшкә сыға. Тик шул йылда ғаиләгә ауыр ҡайғы килә. Командировкаға киткән Рәлиә аварияға осрай. Водителдәре һәм бер хеҙмәттәштәре урында һәләк була. Рәлиә бик ауыр йәрәхәттәр ала.

Эйе, ул иҫән ҡала, әммә умырт­ҡа һөйәге зыян күреп, аяҡтары йөрөмәҫ була. Ҡатын был хәленә күнә алмай, ауыр депрессияға бирелә. Күҙ алдында үлгән хеҙмәттәштәре лә күңеленә тынғы бирмәй. Реабилитация менән дә шөғөлләнмәй, балаларға ла, иренә лә иғтибар бирмәй. Өйҙә коляска менән йөрөй алһа ла, тормош йәмен юғалта, башлыса карауатта ята, тышҡа бөтөнләй сыҡмай. Уны аңларға, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышҡан Уралға көн һайын ярһып, ғауға ойоштора. “Һиңә инвалид бисә нимәгә? Моғайын, әле үк башҡа ҡатындарың барҙыр. Хәҙер үк шуларға сығып кит, өс балаңды ал да!” – тип ҡысҡыра.

Үҙ әсәләре иғтибар итмәгәс, балалар күберәк Уралдың ата-әсәһендә йөрөй башлай. Был да оҡшамай ҡатынға. “Рәхәтләнеп йөрөр өсөн балаларҙы әсәйеңә биреп ҡуйҙың. Ташла мине, кит!” – тип ҡабатлауын дауам итә.

Ҡатынын, балаларын ысын күңелдән яратҡан Уралдың Рәлиәне ташларға уйы ла булмай. Уны табиптарға йөрөтә. Тик атлап китеренә һуңғы өмөт тә юғалғас, хәлен ҡабул итеп, артабан ошо килеш йәшәй алһын, тип психологтарға алып барып ҡарай, әммә Рәлиәнең үҙен ҡулға алырға теләге булмай.

“Был тамуҡта ике йыл йәшәйбеҙ. Балаларҙы көн һайын иртән мәктәпкә, баҡсаға алып китәм, Рәлиә тормай ҙа ятып ҡала. Уларҙы әсәйем менән атайым ҡаршы ала, үҙҙәренә алып ҡайтып ашата, дәрес әҙерләтә. Мин эштән ҡайтышлай инеп алам да өйгә ҡайтабыҙ. Ә унда – көйһөҙ ҡатын. Ул үҙен бөтөнләй ҡарамай, бары әрләшә генә. Түҙемлегем бөттө тиерлек. Миңә, балаларға, хатта үҙенә иғтибар итмәгән кеше менән артабан йәшәй алырмынмы? Атай-әсәйем мине йәлләй, айырыл, балаларҙы үҙебеҙ ҡарарбыҙ, тиҙәр. Ғаиләбеҙҙәге хәлде белмәгән кешеләр миңә ҡырын ҡарай. “Инвалид ҡатынын ташлап, йәшен алырға йөрөй икән” тигән һүҙ таратҡандар. Имеш, мин Рәлиәне тышҡа ла сығармай бикләп тотам. Ғөмүмән, нимә эшләргә лә белмәйем...” – тип яҙмышын бәйән итте курсташым.

Бер ниндәй кәңәш тә бирә алманым уға. Ундай осраҡта нимә тип өгөт-нәсихәт бирергә мөмкин?..

Фото: bioedge.org

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: