Даирә
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

ҠӘҘЕРЛЕ ТӨЙӨНСӨК. Таңһылыу Вәлиева

Өй һалып сығырға эшкиенгән Рәмил ейәненең өйө бик ҡәҙерле булғандыр өлкән ҡәйнәмә. Ул саҡта ул 94 йәше менән бара ине. Беҙгә ул һарғылт сепрәккә төрөлгән бер йәтеш кенә төйөнсөк бирҙе лә ишек башына ҡыҫтырып ҡуйырға ҡушты.

ҠӘҘЕРЛЕ ТӨЙӨНСӨК. Таңһылыу Вәлиева
ҠӘҘЕРЛЕ ТӨЙӨНСӨК. Таңһылыу Вәлиева

1977 йылдың көҙөндә өйөбөҙгә башҡа сыҡтыҡ. Өлкән ҡәйнәм, ҡәйнәмдең ҡәйнәһе Сәхипьямал эй ҡыуанды беҙҙең өсөн, ейәне Рәмил өсөн. Үҙенең кинйә улы Әбделкәрим ире Хәмит үлгәндә ике йәше лә тулмай ҡалған. Ыҙалыҡ менән ир етеп, эйәле - башлы булып, өй яңыртып, инде иркенләп донъя көтөр сағында, ете балаһын етем ҡалдырып, утыҙ ете йәшендә генә ауырып, вафат була. Сәхипьямал ҡәйнәмә үҙенең атайһыҙ биш етем балаһын үҫтереп, кеше итеүе етмәгән, инде үҙе лә әсәйһеҙ етем үҫкән килене Шәрәфинисаға ете етем ейән балаларын үҫтерешергә тура килә. Шуға ла өй һалып сығырға эшкиенгән Рәмил ейәненең өйө бик ҡәҙерле булғандыр өлкән ҡәйнәмә. Ул саҡта ул 94 йәше менән бара ине. Беҙгә ул һарғылт сепрәккә төрөлгән бер йәтеш кенә төйөнсөк бирҙе лә ишек башына ҡыҫтырып ҡуйырға ҡушты.
- Бында нимә ул? - тип һорғайныҡ,
- Был дөғәлектәр. Өйҙө, нигеҙҙе һаҡтай торған дөғәлектәр, - тине. "Дөғәлек", тип йомшаҡ итеп әйтәләр ине әүәлге инәйҙәр бетеүҙәрҙәге, үткәрмәләрҙәге яҙылған доғаларҙы. Өлкән ҡәйнәм үҙе нимәнең нимә икәнен белеп, аңлап биргәндер был "дөғәлектәрҙе", сөнки уның ғәрәпсә китаптары булған, ғәрәпсә уҡып, ейәндәренә башҡортсаһын аңлатып һөйләгән. Шул өлкән ҡәйнәм биргән ҡәҙерле төйөнсөк ишек башында һаман ҡыҫтырыулы көйө торҙо. Төрөлгән сепрәк киҫәгенә бер ҡасан да иғтибар итмәгәйнем. Нисек бирелгән, шул көйө булды. Ошо ураҙанан алда 45 йыл буйы ишегебеҙ башында ятҡан шул төйөнсөктө сисеп, китаптан алынған, һарғайып киткән алты битте һаҡ ҡына үтекләнем дә, сепрәк киҫәген дә йыуып үтекләнем. Ҡусҡар биҙәк төшкән сепрәк киҫәгенең нимә икәнен күреп, күҙҙәрем йәшләнде.. Күлдәк еңенең төбө ине ул. Үҙенең күлдәгенекелер инде, моғайын. Нимәләр генә уйлап, ниндәй генә доғалар уҡып ултырҙы икән өлкән ҡәйнәм ең төбөнә дөғәлектәр төрөп, нығытып төйнәп ҡуйғанда?..
Йәндәрегеҙ йәннәттәргә олғашһын, ҡәйнәләрем. Изге ҡомартҡы беҙҙе һаҡлай, ҡурсалай.

Таңһылыу Вәлиева.
23.03.23.
Байым.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=150653071&w=wall248700560_11161%2F3133240091060dd376

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в