Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Март 2023, 15:29

“Бишле” ал да транспортта бушлай йөрө!

Ә тел һәм әҙәбиәт дәресенән "бишле" алһаң...    

“Бишле” ал да транспортта бушлай йөрө!
“Бишле” ал да транспортта бушлай йөрө!

Чечен Республикаһының транспорт һәм элемтә министрлығы хәбәр итеүенсә, 22 февралдән “бишле” билдәһе алған уҡыусы йәмәғәт  автобусында йөрөү өсөн аҡса түләмәһә лә була. Бары водителгә көндәлегеңде күрһәт тә юлды бушлай үт!

Шулай итеп, республикала йәш быуынды “отлично”ға уҡыуға, яҡшы белем алыуға дәртләндермәкселәр. Бынан тыш, чечен теле һәм әҙәбиәте буйынса “бишле” алған уҡыусылар, быйыл республикала иғлан ителгән Чечен теле йылы уңайынан ойошторолған сараларға ярашлы, транспортта  көнөнә ике тапҡыр бушлай йөрөй ала. Халыҡ был яңылыҡты дәррәү күтәреп алған, бына, исмаһам, мотивация, шәп яңылыҡ, тип һөйөнгән.

Фото: "Кумертауское время".

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: