Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
28 Марта 2023, 04:49

Яҙғы көнгә ышаныс юҡ

Яҙ етте, ҡояш көндән-көн сағыуыраҡ балҡый, көн дә йылы кеүек. Яҙғы көнгә ышанып, күптәр еңелсә кейенергә ашыға. Айырыуса йәштәр баш кейеме лә кеймәй, түштәрен элмәй, йәйге кроссовкаларҙа ғына йөрөй. Әммә яҙғы көн алдаҡсы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, һалҡын тейҙереүеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. 

Яҙғы көнгә ышаныс юҡЯҙғы көнгә ышаныс юҡ
Яҙғы көнгә ышаныс юҡ

Беренсе сәбәп:  яҙ етте, тип еңелсә кейенеү

Бик иртә яҙғы курткаларға, плащтарға күсеп, йылы кейем­дәрҙе алыҫҡараҡ йәшерергә ашығабыҙ. Эйе, ашығабыҙ шул… Ҡояш нурҙары сағыу ке­үек тойолһа ла, улар  вирус­тарҙы еңеү өсөн әүҙем түгел әле.  Төндә ныҡ һыуытыуын да оноторға ярамай, һөҙөмтәлә көндөҙ еүеш һәм һалҡынса була. 
Өҫтәүенә, кеше организмы ҡышҡы­һын ныҡ хәлһеҙләнә, әҙ хәрәкәт итәбеҙ, витаминдар һәм микроэлементтар етмәй, шунлыҡтан көсһөҙлән­гән иммунитет вирустарға һәм температура алмашыныуына ҡаршы тора алмай. Һөҙөмтәлә – кеше ауырый.

Икенсе сәбәп: диагноздың дөрөҫ ҡуйылмауы 

Ҡыш ҡайһы бер кешелә һыуыҡҡа аллергия була.  Уның төп билдәһе – тымау.  Шун­лыҡ­тан, иртә яҙҙа танауынан һыу аға башлаһа, кеше,   аллергия башланды, тип уйлап,   уға ҡаршы дарыуҙар  ҡуллана башлай.   Ә шул уҡ ваҡытта ул тап һалҡын тейеүҙән булыуы мөмкин.  
Бынан тыш,  сәбәбе дауаланып бөтмәгән сирҙән дә булыуы ихтимал.  Ваҡытында күреп, зарарһыҙландыр­ма­ған­да, инфекцияның башҡа тын юлдарына таралыуы бар.   Ә был иһә гайморит, отит кеүек тағы ла ҡатыраҡ сир­ҙәргә килтереү хәүефе менән янай.  
Нисек кенә табипҡа барырға теләмәһәк тә, ауырыуҙы ул ғына дөрөҫ асыҡлай һәм тейешле дауаны тәғәйенләй ала.  

Өсөнсө сәбәп: хроник ауырыуҙың киҫкенләшеүе

Миҙгел алмашынғанда хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе бер кемгә лә сер түгел.  Улар организмдың һаҡланыу көсөн   ҡырҡа кәметә.  Иммунитетҡа бер үк ваҡытта бөтә фронтта ла ауырыуға ҡаршы  көрәшеү ауырға тура килә.  Шунлыҡтан ниндәйҙер сирҙең киҫкен­ләшеүе һалҡын тейеп ауырыуға килтереүе бар.  

Дүртенсе сәбәп: дөрөҫ ҡулланылмаған дарыуҙар

Ҡағиҙә булараҡ,  ауырыған ва­ҡытта беҙ дарыуханаға ба­рып, үҙ белдегебеҙ менән йә­иһә «һалҡын тейеүҙән дарыу бирегеҙ» тип ниндәйҙер дарыуҙар һатып алабыҙ.  Алған дарыуҙы эсәбеҙ ҙә, бер-ике көндә арыу­ланып китер­беҙ, тип мөғжизә көтәбеҙ. Әммә мөғжизә юҡ, сөнки дарыу менән дарыу араһында ла айырма бар. Күптәр бак­терияларҙы зарар­һыҙлан­ды­рыусы дарыуҙарҙы ҡуллана.   Ә һалҡын тейеп ауырығанда бактериялар түгел, вирустар ғәйепле. Шунлыҡтан вирустан һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк.  
Бынан тыш, ҡайһы бер вирусҡа ҡаршы препараттар дауалау өсөн түгел, ә сирҙе иҫкәртеү өсөн тәғәйенләнгән.  Ауырығас инде сирҙе иҫ­кәртеү мәғәнәһеҙ.  

Бишенсе сәбәп: ауырыуҙы дөрөҫ иҫкәртмәү

Беренсенән, яҙғы көнгә ышанырға ярамай, йылы кейенеп йөрөгөҙ. Йылы һөйәк һын­дырмай.  Икенсенән, ҡыштан һуң организмға витаминдар етмәй, шунлыҡтан витаминдар һәм микроэлементтар эсергә кәрәк.  Иммунитетты көсәйтеүсе препараттарҙы ла ҡулланырға мөмкин.   Өсөнсө­нән, дөрөҫ  туҡланығыҙ, йә­шел­сә салаттарына һәм һут­тарға өҫтөнлөк бирегеҙ.   Дүртен­сенән, йоҡоғоҙ туй­ғансы йоҡлағыҙ.  Бишенсенән, йышыраҡ саф һауала йөрөгөҙ, өйөгөҙҙәге бүлмәләрҙе ел­ләтеп тороғоҙ.   Саф һауала йөрөргә ваҡытығыҙ етмәй икән, эшкә йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. 

Авторы: С.Лотфуллина

Автор:Сажида Лутфуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас