

Беҙҙә булған хәл түгел был. Мәскәү өлкәһенең Долгопрудненск дауаханаһына 72 йәшлек инәйҙе "Тиҙ ярҙам" менән килтергәндәр. Оло кеше эсе ауыртыуға зарланған. Тикшерһәләр, ни күрәләр: пациентканың эсендә осло-осло, йәнә түңәрәк әйберҙәр ята, имеш. Табиптар ашығыс рәүештә әмәлиәт яһаған һәм ашҡаҙандан 10 энә, һигеҙ тимер аҡса, ике ҡаҙау сығарған. Ярай әле, улар эсәклеккә төшөп өлгөрмәгән. Юҡһа, әбейҙе ҡотҡарыуы ауыр булыр ине. Әле ул үҙен яҡшы тоя, дауаланыуын дауам итә. Алда был пациентты психотерапевт та ҡабул итәсәк. Тимерҙәрҙе, аҡсаны әбей үҙе йотҡан икән. Сәйер хәлдәр булып тора был донъяла...
Фото: Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.