Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Март 2023, 17:12

Тыныслан, ҡыҙым, һәм тыңла: минең ҡыҙым юҡ!

Фәүзиә әбей, иренең вафатынан һуң, яңғыҙы йәшәй. Балалары булмаған...

Тыныслан, ҡыҙым, һәм тыңла: минең ҡыҙым юҡ!Тыныслан, ҡыҙым, һәм тыңла: минең ҡыҙым юҡ!
Тыныслан, ҡыҙым, һәм тыңла: минең ҡыҙым юҡ!

Ә кисә уға билдәһеҙ ҡыҙ шылтыратып, өләсәй, мин кешене бәрҙерҙем, ярҙам ит, хәҙер миңә ҡарата енәйәт эшен асыуҙары ихтимал, зыян күреүселәр аҡса талап итә, тип үкһеп илаған. 

Оло йәштәге әбей, ҡыҙҙың үкһеүен ишетеп, тәүҙә йөрәгенә тотонған, шунан балалары булмағанын иҫләгән дә, трубкаға: "Тыныслан, ҡыҙым, һәм тыңла: минең ҡыҙым юҡ! Минең бөтөнләй бер кемем дә, бер нимәм дә юҡ. Ҡан баҫымым, бүҫерем, шәкәрем һәм эс ҡатыуым ғына бар. Шуларҙы күмәртәләп алаһыңмы әллә?!" - тигән. Теге ҡыҙ шунда уҡ илауҙан туҡтап, ап-айыҡ тауыш менән (әйтерһең дә, әле генә үкереп иламаған!), "упс, осечка вышла" тип трубканы һалған.

Маладис, Фәүзиә әбей! Унан өлгө алығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас