Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Март 2023, 17:30

“Ирҙәрҙе үҙебеҙ боҙабыҙ. Беҙгә һәр ваҡыт улар үтәй алғандан күберәк кәрәк"

Кейәүгә сыҡҡансы, үҙеңә ниндәй ир кәрәк икәнлеген белгәс кенә барырға кәрәк.

“Ирҙәрҙе үҙебеҙ боҙабыҙ. Беҙгә һәр ваҡыт улар үтәй алғандан күберәк кәрәк"“Ирҙәрҙе үҙебеҙ боҙабыҙ. Беҙгә һәр ваҡыт улар үтәй алғандан күберәк кәрәк"
“Ирҙәрҙе үҙебеҙ боҙабыҙ. Беҙгә һәр ваҡыт улар үтәй алғандан күберәк кәрәк"

Тормошоң килеп сыҡмаған икән, тимәк, үҙең яңылышҡанһың. Әгәр ул кеше ни тиклем һеҙгә оҡшамай, ғазап килтерә икән, уны үҙгәртергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

Кейәүгә сыҡҡансы, үҙеңә ниндәй ир кәрәк икәнлеген белгәс кенә барырға кәрәк. Тормошоң килеп сыҡмаған икән, тимәк, үҙең яңылышҡанһың. Әгәр ул кеше ни тиклем һеҙгә оҡшамай, ғазап килтерә икән, уны үҙгәртергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Бер кем йөҙ процент яҡшы түгел. Ә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙән тап шуны талап итә. Идеаль була алмағанына уларҙы ғәйепләй алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә.

“Ирҙәрҙе үҙебеҙ боҙабыҙ. Беҙгә һәр ваҡыт улар үтәй алғандан күберәк кәрәк, - ти һөйләшеп ултырғанда таныш ҡатын. - Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт үҙен хаҡлыраҡ һанай, ғаиләгә нимә кәрәклеген ул яҡшыраҡ белә тип уйлай. Ә иргә аҡса килтереүсе бер ҡушымта һымағыраҡ ҡарай. Дөрөҫ түгел ул”.

Ысынлап та, һәр кемдең үҙе булып ҡалырға, үҙенсә йәшәргә хаҡы бар. Ни өсөн беҙ ирҙәрҙән күпте талап итәбеҙ? Сөнки ҡатын-ҡыҙ кәрәкме-юҡмы үҙен һәр ваҡыт күберәк бурыслы һанай, теләктәрен ғаилә мәнфәғәтенә ҡорбанға килтерә, ә был эске ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһон көсәйтә. Ирҙең писхологияһы икенсе төрлө ҡоролған: улар үҙ сиктәрен, үҙ мөмкинлектәрен һаҡлай белә. Ана шуны ҡабул итә алмау - ҡатын-ҡыҙҙың төп бәләһе.

Әлбиттә, ғаилә башлығында яуаплылыҡ тигән төшөнсә ныҡлы булырға тейеш. Әммә бының өсөн уға үҙенә ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге бирергә һәм уларҙы ихтирам итеү фарыз. Ә быға һәр ҡатын-ҡыҙ күнмәй.

Хаталанмаған кеше юҡ. Шуға күрә динебеҙ кешенең яман сифаттарын түгел, ә яҡшыларын күрә белергә өйрәтә. Аллаһы Тәғәлә лә: “Ҡатындарығыҙ менән яҡшы мөғәләмәлә булығыҙ. Уларҙа берәй нәмәне оҡшатмаһағыҙ сабыр итһәгеҙ, Алла һеҙгә күп хәйерлек бирер”, – тигән.

Ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да донъяға ирҙәр кеүек ҡарамаясаҡ. Шуға ла көслө зат уларҙың эске донъяһын күрә, аңлай белергә, хөрмәт итергә өйрәнергә тейеш. Ә ирҙең юл ҡуя белеүе, уның көсһөҙлөк билдәһе булып тормай.

Гөлназ САЛАУТОВА.

Фото: psychologos.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас