

31 мартта Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Абдулғәни улы һәм уның хәләл ефете Хөснә Рафиҡ ҡыҙы Әхмәтйәновтарҙың «Һауаларҙа оса ике аҡҡош, Йыраҡтарға китә моңдары...» тигән хәтер кисәһе үткәрелә.
Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сарала танылған мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре, коллегалары, дуҫтары, «Карауанһарай» төркөмө, популяр артистар Айҙар һәм Алмаз Юнысовтар, Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры, Бейеү театры коллективтары ҡатнаша.
Ҙур экранда Фәим Әхмәтйәнов ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеү, башҡорт халыҡ йырҙары, бейеүҙәр, инструменталь композициялар башҡарыу күҙаллана.
6+