Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Март 2023, 07:28

2024 йылдан МРОТ индексациялана

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 18,5% индексациялана.

2024 йылдан МРОТ индексациялана2024 йылдан МРОТ индексациялана
2024 йылдан МРОТ индексациялана

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 18,5% индексациялана.

Премьер-министр Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында хөкүмәт эше тураһында отчет менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе. Рәсәй президенты февралдә уҡ хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында әйткәйне.

Ағымдағы йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар арттырыла, шулай итеп, бер йыл эсенд үҫеш 13,5% ашыу тәшкил итергә тейеш, был 4 миллионға яҡын кешегә ҡағыла. Социаль пенсия страховка пенсияһын алыу өсөн стажы етмәгән кешеләргә түләнә.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостандың бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн МРОТ район коэффициенты менән бергә 19 743 һум (+12,3%), для «бюджетниктар» өсөн 18 678 (+6,3%) тәшкил иткән.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас