

Уның әйтеүенсә, көндән-көн яңы төр наркотиктар килеп сығып тора. Уны һатыусылар интернет селтәрен әүҙем файҙалана, беҙҙең райондың Өфө-Белорет, Өфө-Ырымбур трассаларына яҡын урынлашыуы ла наркотиктарҙы йәшереп тотоу пункттарын булдырыу өсөн уңайлы. Шулай, быйыл Грачевка, Мырҙа ауылдарында наркотик матдәләрҙе йәшереү урындары табылды. Улар буйынса енәйәт эше әлегә ҡуҙғатылмаған, материалдарҙы тикшереү һәм экспертиза эштәре алып барыла. Уҙған йыл иһә Һыуыҡ-Шишмә, Иҫке Муса, Ҡырмыҫҡалы ауылдарында наркотик саралар эшләү һәм күпләп һаҡлау урындары асыҡланғайны.
Наркотиктар ҡулланыусылар бик булмаһа ла, тиҙ һәм еңел аҡса эшләү маҡсатында уны һатыусылар осрап тора. Шуға күрә ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, етәксе органдарға эшләгән урындары булмағандарҙың ҡапыл ғына байып китеп, ҙур әйберҙәр һатып алыуҙарына иғтибар итеүҙәрен һораны. Беҙҙең һәр беребеҙ участковыйҙарға ярҙам итергә, уларҙың ярҙамсы күҙҙәре һәм ҡолаҡтары булырға тейешбеҙ, - тине ул.
Урындағы киң мәғлүмәт сараларының наркотиктарға ҡаршы эш барышын һәм иҫкәртеү саралары тураһында хәлде яҡтыртып барыу тураһында “Кармаскалинская новь” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Әхмәҙуллина таныштырҙы.
Гәзит биттәрендә һәм интернет селтәрҙәрендәге сайттарҙа был хаҡта профилактик мәҡләләләр донъя күреп тора. Киләсәктә был йүнәлештә төрлө иҫкәртеү эштәре алып барған ойошмалар, учреждениелар алдан ниндәй сара үткәреләсәге хаҡында хәбәр итһәләр, беҙ улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирер инек, тине Әлфиә Тәлғәт ҡыҙы.
Ҡабаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Руслан Әйүпов үҙенең сығышын ауыл биләмәһенә 11 ауыл инә, уларҙа 6 мең 636 кеше йәшәй, шул иҫәптән мәктәпкәсә йәштәге 675 бала һәм 978 уҡыусы, тип таныштырыуҙан башланы. Биләмәлә наркоманияға һәм эскелеккә ҡаршы профилактик саралар даими алып барыла, участковыйҙар менән берлектә рейдтар уҙғарыла. Улар барышында суррогат араҡы һәм психотроп матдәләр һатыуҙың 2-әр осрағы асыҡланды. Уҙған йыл менән сағыштырғанда наркотик матдәләр ҡулланыусылар һаны дүрт тапҡырға кәмегән, тип билдәләне.
Шулай уҡ биләмәлә йәштәр һәм балалар араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсатында төрлө спорт саралары, профилактик лекциялар, әңгәмәләр үткәрелә.
Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр буйынса комиссия тейшле ҡарарҙар сығарҙы һәм ағымдағы йылға эш планын билдәләне.
Гөлсәсәк Аласова.