+24 °С
Ямғыр


Амран Моратшин исемендәге Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә Радий Хәбировтың ҡултамғаһын үлсәнеләр, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.
Бының өсөн тейешле ҡорамалдар бар.
Республика етәксеһе ҡағыҙға ҡултамғаһын ҡуйып, уны үлсәү приборына һалғандар һәм табло ауырлығын күрһәткән: 0,000042 грамм. Бына һиңә мә!
Белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең Башлыҡтың ҡултамғаһы ярайһы ауыр ғына икән.
Фото: О. Яровиков ("Башинформ")
Автор:Алһыу Ишемғолова