

Район хакимиәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә бер төркөм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләүсе хеҙмәткәрҙәр район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡулынан Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. “Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәте директоры Фәнис Мөхәмәтйәнов һәм шәхси эшҡыуар Дамир Йосопов Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булһа, “Теплосеть” йәмғиәтенән Юрий Афанасьев һәм Айрат Вәлийәнов, “Стройбытсервис” йәмғиәтенән Виктор Попов һәм Рафаил Әҙелгәрәев, “Водоканал” йәмғиәтенән Ғәлиә һәм Диляра Хәбибуллиналар, “Вектор” йәмғиәтенән Рәйсә Абдрахманова, Рөсәт Сәлимов, “Коммунальник” йәмғиәтенән Минияр Үлмәҫҡолов, Дамир Йосопов предаприятеһынан Фәнзил Шәмсетдинов һәм Илгиз Хәмиҙуллиндарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм һеҙгә ауыр хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Ынйы Бикҡужина.