Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
22 Март 2023, 03:33

Юл һәм балалар

2023 йылдың 20 мартынан Дәүләт автоинспекцияһы райондың мәғариф идаралығы менән берлектә “Иғтибар, балалар!” профилактик акцияһы уҙғара.

Юл һәм балаларЮл һәм балалар
Юл һәм балалар

Сараның төп маҡсаты – юл-транспорт ваҡиғаларының һәм уларҙың ауыр эҙемтәләрен кәметеү, йәш йәйәүлеләр араһында профилактик эштең файҙаһын арттырыу, балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындарында ҡағиҙәләрҙе үтәү.
Сара барышында төп иғтибар йәйәүлеләр үткән юлдарҙа ҡағиҙәләрҙе боҙған транспорт саралары водителдәренә, шулай уҡ юл ҡағиҙәләрен боҙған йәйәүлеләргә, шул иҫәптә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында яҡтыртҡыс аксессуарҙар ҡулланмаусыларға йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ йәш пассажирҙарҙы йөрөткәндә хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм автокреслолар ҡулланылырға тейеш.
Бер-берегеҙгә әҙәпле һәм иғтибарлы булығыҙ! Юлда ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе хәүефһеҙлек гарантияһы икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Наталья Дударева, юл инспекторы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас