Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Март 2023, 16:25

Рәсәй мәктәп уҡыусылары Африка телдәрен өйрәнә башлаясаҡ

“Рәсәй - Африка” халыҡ-ара парламент конференцияһында белдергәндәр

Рәсәй мәктәп уҡыусылары Африка телдәрен өйрәнә башлаясаҡРәсәй мәктәп уҡыусылары Африка телдәрен өйрәнә башлаясаҡ
Рәсәй мәктәп уҡыусылары Африка телдәрен өйрәнә башлаясаҡ

Бының турала Мәскәү дәүләт университетының Азия һәм Африка илдәре институты директоры Алексей Маслов “Рәсәй - Африка” халыҡ-ара парламент конференцияһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ил мәктәптәрендә өҫтәмә телдәр рәүешендә суахили һәм амхар өйрәтеләсәк. Быны хатта Советтар Союзы мәлендә лә ойошторманылар, тип аңлаталар. Институтың үҙендә иһә йоруба, сомали, зулу йүнәлешендә уҡытыу тергеҙелә.

Маслов әйтеүенсә, быларҙың барыһы ла ла Африка үҫешенең төп йүнәлештәрен аңлаған яңы быуын кешеләре өсөн тәғәйенләнә.        

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас