Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Март 2023, 16:02

Апрель ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар фаразлауынса, ниһайәт, көндәр йылыта. Март аҙағы беҙҙе ҡыуандырасаҡ ҡына, имеш. Ә апрель? Бер нисә көн генә ҡалды бит...    

Апрель ниндәй буласаҡ?Апрель ниндәй буласаҡ?
Апрель ниндәй буласаҡ?

Яңы ай башында (бәлки, тәүге аҙнаһында) барыһы ла яҙса булыуы ихтимал. Ә артабан көтөлмәгәнсә төнгө һыуыҡтар, ҡырау, ҡарлы ямғыр, боҙлауыҡ (тимәк, ҡар иреп бөтмәйәсәк) фаразлана.

Элегерәк Мәскәүҙәге көн торошо ике-өс көндән беҙгә килеп етә торғайны. Әле был “ҡағиҙә” йә эшләй, йә эшләмәй. Ә Мәскәүҙә апрель башында һыуыҡ, дымлы, елле була, тиҙәр. Көндөҙ +7, +8 градустан да йылыраҡ булмаҫ, моғайын. Төнөн – нуль. Ай уртаһында ла көн торошо тотороҡһоҙ.

Ысын йылы 20 апрелдән һуң ғына етәсәк. +15, +17 градус буласағы фаразлана.

Ҡыҫҡаһы, йылы кейемдәрҙе бигүк алыҫҡа йыймай торорға кәрәктер.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас