Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Март 2023, 15:43

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн субсидия ике тапҡырға арттырылған

Һүҙ "Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре" республика программаһы тураһында бара.

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн субсидия ике тапҡырға арттырылған
Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн субсидия ике тапҡырға арттырылған

Быйыл төбәктең ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында тармаҡтың 30 хеҙмәткәре 500 мең һум урынына 1 миллион һум аҡса алып, уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә аласаҡ.

Бының турала бөгөнгө сарала - өсөнсөгә уҙғарылған "Арт-Ҡоролтай"ҙың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул республиканың мәҙәниәт министрлығына 1 млн һумды торлаҡҡа йүнәлтеү менән бер рәттән автомобиль һатып алыуға ла тотоноу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: