Улар был бәйгегә ҡушылып, сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалау, ауыл халҡын спортҡа ылыҡтырыу, ғаилә ҡиммәттәрен, мәҙәни йолаларҙы һаҡлау буйынса ҙур эштәр атҡаралар. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә Ефремкин ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә “Сағыу ҡыш-2023” район-ара фестивале, “Ғаилә менән ял итәбеҙ”, “Кәсептәр: быуындан-быуынға” оҫталыҡ дәресе, тауҙан тюбингта шыуыу буйынса район чемпионаты һәм башҡа бик күп саралар үтте.
Белеүебеҙсә, күптән түгел Күлләр ауылында Ефремкин ауыл биләмәһенең матди ярҙамы һәм ауыл халҡы көсө менән алты метр тәрәнлектәге йәмәғәт ҡоҙоғо ҡаҙылды. Ошо уңайҙан уҙған аҙнала уны асыу тантанаһы үтте. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты: муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов, республиканың Спорт министрлығының физкультура, спорт туризмы һәм спорттың адаптив төрҙәрен үҫтереү бүлеге начальнигы Зөлфиә Сәмиғуллина, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов, “Кармет” йәмғиәте директоры Дамир Насиров, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡалар.
Ауыл халҡы туй йолаһы күренештәрен күрһәтте. Йоланы киленде һыу юлына алып барыуҙан башланылар. Йәш киленгә һыу юлын уның бикәсе башлай. Ә инде һыу буйында ҡунаҡтарҙы күршеләре, ауылдаштары йыр-бейеү, аш-һыу менән ҡаршы алды. Оло инәйҙәр һыу юлы йолаһын үткәреү тураһында бер аҙ һөйләп үткәндән һуң килен ҡәйнәләргә яулыҡ ябындырҙы. Яңы ҡоҙоҡтан алынған һыуҙы бер тамсыһын да түкмәйенсә ҡунаҡсыл йортҡа алып ҡайтып, ҡунаҡтарҙы килен сәйе менән һыйланы.
Артабан байрам Ефремкин ауылы мәҙәниәт йортонда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы уңайынан фестиваль менән дауам итте. Сара сиктәрендә мәҙәниәт йорто фойеһында бай күргәҙмә ойошторолғайны. Әйткәндәй, Башҡортостанда “Атайсал” проекты тормошҡа ашырыла. Беҙҙең районда ла кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙған шәхестәр бихисап. Активистар, районыбыҙҙан сыҡҡан меценаттар һәм иғәнәселәр, йолаларҙы һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға үҙ өлөштәрен индереүсе тыуған яҡты өйрәнеүселәр тураһында һөйләп үттеләр.
Донъяла изгелек эшләргә ынтылыусылар күплеге һоҡландыра. Район халҡы мәрхәмәтлеккә ҡушылып, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам итеү буйынса бик әүҙем эшләүен билдәләп үтке килә. Ауыл биләмәһе башлыҡтары етәкләгән был изге эште яҡташтарыбыҙ бар йөрәге менән ҡабул итеп, хәленән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла. Хәрби хәрәкәттәр зонаһына тиҫтәләгән тонна гуманитар йөк ебәрелде. Бөгөнгө күргәҙмәлә райондың һәр ауыл биләмәһе үҙҙәре етештергән кейем-һалым, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары булған ҡорот, талҡан, дарыу үләндәре менән сәй, быҡтырылған ит, туҡмас һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итте. Һуңғы ваҡытта ауыл халҡы маскировка селтәрен әҙерләү менән шөғөлләнә. Селтәр үргән һәр кем был яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип ышана. Сара ҡунаҡтары маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте, блиндаж шәме эшләү технологияһын өйрәнде.
Муниципаль район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева сараның тантаналы өлөшөн асып, изге теләктәрен һәм сәләмен еткерҙе.
- “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, мәҙәни йолаларҙы һаҡлауға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән бик матур эштәр эшләнде. Ошо эштәр менән улар ауыл халҡының киң күңелле, ихлас һәм берҙәм булыуын иҫбатланы. Беҙ берҙәм булғанда ғына еңеү яулаясаҡбыҙ. Алдағы эштәрегеҙҙә уңыштар һәм конкурстың республика этабында еңеү теләйем, - тине һәм 2023 йыл Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде. Быға тиклем дә был йәһәттән яҡташтарыбыҙ һынатманылар, даими рәүештә ярҙам итеп торҙолар. “Атайсал” проекты сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарылды, тип билдәләне. Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы “Айыҡ ауыл” конкурсының иң оло әүҙем ҡатнашыусылары Күлләр ауылында йәшәүсе Тайба Әбсәләмова, Фәнзилә Муллаҡаева һәм Нәзир Рәхмәтуллиндарҙы район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләп үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов район халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеүҙә һәм “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә саралар әҙерләүҙәрен юғары баһаланы.
- Бөгөн беҙ битараф булмаған халыҡтың мобилизацияланғандарға нисек ярҙам итеүҙәрен күреп ҡыуандыҡ. Беренсенән, хәрби кеше булараҡ, яуҙағы егеттәребеҙ беҙҙең иғтибарға, йөрәк йылыһына бик тә мохтаж. Икенсенән, айыҡ тормош менән йәшәү рәүешен пропагандалау бик мөһим. Минеңсә, бындай халыҡ менән беҙ теләһә ҡайһы дошманды һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы ла еңә аласаҡбыҙ,- тине Мансур Мөнир улы.
Халыҡтың изге эштәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Йомғаҡлау сараһы сиктәрендә Ефремкин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наталья Иванова Күлләр һәм Ефремкин ауылдарында йәшәүселәргә, район ойошмаларына “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә саралар үткәреүҙә һәм яҡтыртыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе һәм Рәхмәт хатын тапшырҙы, иҫтәлекле бүләк менән бүләкләп үтте.
Сараны район Мәҙәниәт һарайы һәм үҙешмәкәр сәнғәт артистары үҙҙәренең бай һәм матур концерт номерҙары менән биҙәне.