Даирә
-2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙа мәлендә дөрөҫ туҡланайыҡ

Ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү яҡшы? Ябай кәңәштәр - яҙмала.

Ураҙа мәлендә дөрөҫ туҡланайыҡ
Ураҙа мәлендә дөрөҫ туҡланайыҡ

Һанаулы ғына көндәрҙән мосолмандар өсөн изге ай - Рамаҙан башлана. Күптәр ураҙа тоторға ниәт итеп йөрөйҙөр. Уларға Бөрйән ағинәйе Рәшиҙә Ғизәтуллинаның кәңәштәрен еткерәбеҙ.

"Йәйге менән сағыштырғанда, быйылғы ураҙа көндәре әллә ни оҙон булмаһа ла, бер танышым асығыу тойғоһон еңә алмауы тураһында һүҙ ысҡындырып, кәңәш һораны. Әлбиттә, бының сәбәбе изге айҙың ҡыш һәм яҙ алмашыныу мәлендәге өҙлөгөү осорона тура килеүенәндер. Икенсенән, үткән йылдарҙа йәш үлән һәм йәшелсәләр менән туҡланып, витаминлы аҙыҡ аша организмды туҡландырып тороу мөмкинлеге булды. Тимәк, әлегеһендә дөрөҫ туҡланыу режимына ҙурыраҡ иғтибар биреү мөһим.

Ошо йәһәттән бер нисә кәңәшем, тәжрибәм менән уртаҡлашырға булдым. Бәлки, уларҙың кемгәлер файҙаһы тейер. Быйылғы Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарының көндәрҙең ҡыҫҡа ваҡытына тура килеүен күҙ уңында тотоп, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға - 90 көнлөк өҙлөкһөҙ ураҙаға инергә батырсылыҡ иттем. Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәлләп, ниәттәрҙе теүәлләгәндән һуң, алдан уҡ дөрөҫ туҡланыу саралары күрелде. Иң беренсе милли, ябай аҙыҡтар ҡулланыуҙы күҙ уңында тоттом. Ит ризыҡтарын кәметеү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылманы, сөнки был ризыҡ төрөн эшкәртеү өсөн организмда күп көс сарыф ителеүен беләбеҙ.

Иң тәүҙә төрлө сәтләүек, киптерелгән емеш-еләк һатып алып, интернеттағы рецепт буйынса шуларҙы ит борғостан үткәреп, бал ҡушып, өс айлыҡ запас эшләп ҡуйҙым. Иртәнге сәхәр ваҡытында бер ҡалаҡ туҡлыҡлы шул масса менән сәй эсәм. Арпа ярмаһынан үҙебеҙ әҙерләгән талҡандан баллы-майлы йомарлаҡтар әҙерләп, һыуытҡыста тотам. Иртән ризыҡланғанда икмәк урынына шул бер йомарлаҡты ашайым. Һыйыр майынан тап-таҙа ғына һары май иретеп ҡуйҙым. Шуны ла көнөнә бер ҡалаҡ ашарға тырышам, сөнки эсәк буйҙарындағы ташҡа әйләнеп ҡатҡан ҡалдыҡтарҙы йомшартыу менән бергә, ул эс ҡатыуҙан бер сара булыр тора, ти белгестәр.

Сәхәр алдынан да, ифтар алдынан да, эске таҙарыныу маҡсатынан, бер балғалаҡ әнис майы йотоп ебәрәм һәм бер стакан баллы йылымыс һыу эсәм. Унан ҡалһа, көҙ байынан әҙерләп ҡалдырылған мышар, балан кеүек Аллаһ Тәғәләнең беҙгә инселәгән еләк-емештәребеҙ бар ҙа баһа! Юғиһә, сит илдән әллә кемдәр, әллә ниндәй ниәттәр менән йыйып килтергән банан, әфлисун һ.б. “аҡса емештәре” менән мауығып киттек бит. Төрлө бутҡаларҙы бешергәндә, ваҡлап турап ҡышҡылыҡҡа һыуытҡыста туңдырған ашҡабаҡ, йә булмаһа кәбеҫтә, кишер ваҡлап ҡушып ебәрәм. Еңел үҙләштерелә, шулай уҡ туҡлыҡлы, тәмле була бындай бутҡалар.

Ошондай тәбиғи ябай аҙыҡтар ҡулланып, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, еңелсә генә өс айлыҡ ураҙа атҡарып киленә. Әлбиттә, ураҙа тотоу һәр кемдең Аллаһ Тәғәлә алдында ғына яуап бирә торған йәшерен бурысы һәм ғәмәле. Әлеге һүҙҙәремде ураҙа тоторға ҡыймай ҡурҡып йөрөүселәргә, ураҙала булып та, ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ кисергән милләттәштәремә кәңәш биреү маҡсатынан ғына уртаҡлаштым. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙың да ураҙаларын ҡабул итһен, ин шәә Аллаһ!" - тип яҙған Бөрйән ағинәйе.

Фото һәм текст сығанағы: Рәшиҙә Ғизәтуллина.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/iman/2023-03-15/ura-a-m-lend-nisek-d-r-tu-lanyr-a-3177169

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в