Даирә
-2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда әсә 14 йәшлек инвалид балаһын ас тотҡан

Инвалид балаһын йүнләп ҡарамаған, бысраҡ шарттарҙа йәшәткән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Башҡортостанда әсә 14 йәшлек инвалид балаһын ас тотҡан
Башҡортостанда әсә 14 йәшлек инвалид балаһын ас тотҡан

Ауырғазы районы прокуратураһы «балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән» әсәгә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫланы. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 2022 йылдың авгусынан сентябренә тиклем хәрәкәт итеү аппараты сиренән яфаланған 14 йәшлек инвалид балаһын йүнләп ҡарамаған, бысраҡ шарттарҙа йәшәткән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Бала даими туҡланыу мөмкинлегенән мәхрүм булған, шулай уҡ йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар алмаған. Әсә бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Иҫкәртеү саралары күрелһә лә, ул әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешен алып барыуын дауам иткән.

«Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны, бала атаһына тәрбиәгә тапшырылды. Енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелде», - тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-03-16/v-bashkirii-mat-morila-golodom-14-letnego-rebenka-invalida-3179471

Фото:Ксения Калинина

Автор: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-03-16/bash-ortostanda-s-14-y-shlek-invalid-bala-yn-as-tot-an-3179884

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в