Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Март 2023, 15:11

Һәм тағы ла әрме тураһында

Ул әрме хеҙмәтенә саҡырыу йәшенә ҡағыла.

Һәм тағы ла әрме тураһындаҺәм тағы ла әрме тураһында
Һәм тағы ла әрме тураһында

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары "Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында"ғы федераль законға үҙгәрештәр индереүгә бәйле документ әҙерләгән. Ул әрме хеҙмәтенә саҡырыу йәшенә ҡағыла.

Закон проектында яҙылыуынса, Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡыра башлау йәшен 18-ҙән 21-гә күсерергә ниәтләйҙәр. Әле 27 йәшкә тиклем алалар, бынан ары 30 йәшкәсә саҡырасаҡтар. Яңы ҡағиҙәләргә күсеү этабы 2024 йылдан 2026 йылға тиклем дауам итәсәк. Йәғни киләһе йылда, 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклемге осорҙа, әрмегә 19 - 30 йәшлектәр саҡырыласаҡ, 2025 йылдағы призывта - 20 - 30 йәшлектәр, 2026 йылда иһә 21 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге ир-аттар алынасаҡ.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас