Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Март 2023, 16:54

Башҡортостанда әсә йоҙроҡтары менән педиатрға ташланған

Сибайҙың балалар поликлиникаһында әсә йоҙроҡтары менән педиатрға ташланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул балаһын табипҡа алып килгән, ләкин медиктың бушағанын бер аҙ көтөргә түҙемлеге етмәгән. Ул педиатрға ҡысҡыра башлаған, этеп ебәргән. Улы һәм табиптар ярһыған ҡатынды табиптан айырып алған.

Башҡортостанда әсә йоҙроҡтары менән педиатрға ташланғанБашҡортостанда әсә йоҙроҡтары менән педиатрға ташланған
Башҡортостанда әсә йоҙроҡтары менән педиатрға ташланған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә был хәлгә аңлатма бирҙеләр.

«Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса идаралығына медицина учреждениеһы хеҙмәткәренең тән йәрәхәттәре алыуы тураһында ғариза килгән. Табипҡа суд-медицина экспертизаһы үтеүгә йүнәлтмә биргәндәр. Әлеге ваҡытта ошо осраҡ буйынса тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-13/v-bashkirii-zhenschina-nabrosilas-na-pediatra-s-kulakami-iz-za-medlennogo-priema-ee-syna-3174942

Автор:Дарья Субботина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас