+24 °С
Ямғыр


Ҡыйғы районы үҙәгендә бер бинаның башында ҡарҙан ҡош һыны хасил булған.
Ғәҙәти булмаған хәлде күреп, "Тәбиғәт мөғжизә тыуҙыра, - тип яҙған Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Ҡаршылағы бинаның ҡыйығында ҡарҙан күгәрсен һыны яһалған - тыныслыҡ күгәрсене. Был, һис шикһеҙ, яҡшыға!"
Ысынлап та, тәбиғәт мөғжизәһе был. Яҡшыға өмөт итеп, илдәребеҙгә тыныслыҡ килһен, тип юрайыҡ.
Фото З. Гордиенконың сәхифәһенән.