

- Ҡамышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужиндың саҡырыуы буйынса “Земский доктор” программаһы сиктәрендә акушер булып килдем. Минең ҡарамаҡта төрлө йәштәге 380 кеше, шулар араһынан 67 бала иҫәпләнә. Бынан тыш, күрше Малай, Ҡаракүл, Ефремкин, Ҡамышлы ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәм. Аҙнаның ике көнөндә – шишәмбе һәм кесе йома Алайғыр табип амбулаторияһында эшләйем. Ҡалған көндәрҙә Түбәнге Төкөн ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында халыҡты ҡабул итәм. Нигеҙҙә, ҡан баҫымының йонсотоуы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, быуындар һыҙлауы менән мөрәжәғәт итәләр.
“Милләт сәләмәтлеге” программаһына ярашлы, халыҡты диспансерлаштырыу буйынса Арыҫлан һәм Илтуған ауылдары фельдшерҙары менән мобиль бригада ойошторҙоҡ. График буйынса район буйлап фельдшер-акушерлыҡ пункты булмаған ауылдарға йөрөйбөҙ. Уҙған йылда автопоезд менән дүрт ай буйы йөрөп диспансеризация үткәрҙек.
Был ауылда 380 кеше, шуларҙың 18 йәшкә тиклемге 72 бала иҫәпләнә. Көнөнә ФАП-ҡа 6-7 кеше килә. Сирлеләр килеп уколын да ҡаҙата, дарыуын да ала. Тағы ла өс-дүрт кешене өйҙә ҡарайбыҙ. Киҫкен ауырыуҙарға кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәм һәм ашығыс ярҙам саҡырам. Төндә саҡыртыуҙарға ла килеп етәбеҙ. Халыҡҡа урында диспансеризация үткәргәндән һуң, уларға район үҙәгенә барып флюорография үтергә генә ҡала. Дүшәмбе һәм шаршамбы көндәре төрлө анализдар алам, көндөң икенсе яртыһында саҡыртыуҙар булһа өй буйлап йөрөйөм. Күрше ауылдарға ла саҡыртыуҙарға сығам. Медикаменттар етерлек, тик техник яҡтан ғына мәсьәләләр бар. ФАП-тың бинаһы ҙур, халыҡҡа тағы ла уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн әҙерәк капиталь төҙәтеү үткәрергә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, һыу, канализация үткәреү, йылытыу системаларын яңыртыу, түбә ябыу кеүек эштәр тора. Шуларҙы атҡарып сыҡҡанда кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау эшендә шаҡтай ҙур ярҙам булыр ине,- ти Рәшиҙә Ринат ҡыҙы.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙамды күрһәтә, кәңәштәрен бирә.
Рәшиҙә Ринат ҡыҙы бөтә ғүмерен әлеге һөнәргә бағышлаған. Быға тиклем ул
Благовещен үҙәкләштерелгән район дауаханаһының бала табыу йортонда 18 йыл эшләй. Унан һуң Өфө ҡалаһының 3-сө бала табыу йортонда акушер булып хеҙмәт итә. Ғаиләһе менән ҡаланан Александровка ауылына күсеп киләләр. Төп эшенән тыш төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә лә үҙ өлөшөн индерә.