Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Март 2023, 10:23

Гүзәл Байғусҡарованан – йоҡа ҡоймаҡ ҡойоу сере

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Гүзәл Байғусҡарованан – йоҡа ҡоймаҡ ҡойоу сереГүзәл Байғусҡарованан – йоҡа ҡоймаҡ ҡойоу сере
Гүзәл Байғусҡарованан – йоҡа ҡоймаҡ ҡойоу сере

Хәйбулла районында тыуып үҫкән һылыу әлеге мәлдә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Матур татыу ғаиләлә бер малай үҫә.

Ял көндәре Гүзәл ике ир затын тәмле ризыҡтар менән һыйларға ярата. Аш-һыу әҙерләүҙә 4 йәшлек улым - ҙур ярҙамсы, ти әсә.

Бөгөн төшкө ашҡа уңған хужабикәнән – ҡоймаҡ. Ә һеҙ нимәләр бешерҙегеҙ, дуҫтар? Комментарийҙар яҙығыҙ.

Йоҡа ҡоймаҡ рецебы

Ярты литр һыуға ярты литр һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ һәм ҡоро әсетке, 2 йомортҡа һалып, яҡшылап туҡыйбыҙ. Яйлап он өҫтәйбеҙ – ҡаймаҡ ҡуйылығында булһын. Ҡамырҙы 15 минутҡа ултыртып торғас, 1 стакан ҡайнар һыуҙа 1 балғалаҡ соданы һүндереп, уға ҡоябыҙ һәм 2 ҡалаҡ үҫемлек майы ҡушып болғатабыҙ. Тәмле, йоҡа ҡоймаҡтар әҙер!

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: шәхси архивтан, hi-chef.ru

Автор:Аклима Гизатуллина

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2023-03-05/g-z-l-bay-us-arovanan-yo-a-oyma-oyou-sere-3166279

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас