Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Март 2023, 15:42

Намаҙғоловтарҙың ғаилә бәхете

- Мөхәббәтебеҙ емештә­ре беҙҙе көйәләндермәһә, ип­ле, итәғәтле балалар булып үҫ­һә шул етә, - ти Намаҙғоловтар.

Намаҙғоловтарҙың ғаилә бәхетеНамаҙғоловтарҙың ғаилә бәхете
Намаҙғоловтарҙың ғаилә бәхете

Һәр бер ғаилә үҙенсә бәхетле, һәр береһенең үҙенә генә хас шатлығы, матурлығы бар. Ата-әсәнең һәр алған һулышы, һәр ынтылышы, һәр ҡыуанысы - ул бала. Ата-әсә өсөн тәрбиәле баланан да ҙур байлыҡ булмаҫ.
- Бәхетебеҙ сере ябай – бер-беребеҙҙе аңлап, уртаҡ маҡсаттар менән янып йә­шәүҙә. Мөхәббәтебеҙ емештә­ре беҙҙе көйәләндермәһә, ип­ле, итәғәтле балалар булып үҫ­һә шул етә, - ти Намаҙғоловтар.
Намаҙғоловтар донъяны бер төптән егелеп, бергә тартып, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡ бүлешеп йәшәй. Улар Өфө ҡалаһының Торлаҡ менән файҙаланыу идаралығында эшләп йөрөгән осорҙа таныша. Ул ваҡытта Илдус түбә ябыусы булып эшләй, ә Марина штукатур-маляр булып практика үтә. Йәштәр араһында мөхәббәт хисе уяна һәм сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡоралар. Илдусҡа эшләгән еренән дөйөм ятаҡтан бүлмә бирәләр. Дүрт балалары шунда донъяға килә. Ҡала тормошо нисек кенә рәхәт булһа ла, тыуған тупраҡ үҙенә тарта. Шулай итеп 2016 йылда ғаилә Илдустың тыуған яғы – Түбәнге Төкөнгә ҡайтып төпләнә. Дәүләт биргән әсәлек капиталына ауылдан йорт һатып алалар. Әйткәндәй, дөйөм ятаҡтағы бүлмәне улар үҙҙәренә хосусилаштырып ала. Бөгөнгө көндә өлкән балалары Өфөлә уҡый һәм шунда йәшәй. Илдус та эштә сағында балалары янында була. Ғаилә башлығы Өфө ҡалаһының бер ойошма келәтендә йөк ташыусы булып эшләй.
Намаҙғоловтарға бәхет үҙе күктән ишелеп торған кеүек. Дүрт балаға иш итеп, тағы өс балаға ғүмер бирәләр. Шуны ла әйтергә кәрәк Намаҙғоловтар үҙҙәре лә ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән. Маринаның ғаиләһендә дүрт бала, ә Илдус ғаиләһендә туғыҙ бала үҫәләр. Намаҙғоловтарҙың иң өлкәндәре Людмила кейәүҙә, Һыуыҡ Шишмә ауылында йәшәй. Аш-һыуға бик оҫта, яҡындарын тәмле аштары менән һыйларға ярата. 17 йәшлек Ләйсән тыныс холоҡло, тегергә, бәйләргә ярата, киләсәктә тегенсе булырға хыяллана. Сәләмәтлеге буйынса 1-се кластан Өфө ҡалаһында коррекция мәктәбендә белем ала. Илүзә Стәрлетамаҡта кадет мәктәбендә уҡый. Бәләкәйҙән ҡы­йыу, отҡор, ныҡышмал була. Яҙмышын хәрби һөнәр менән бәйләргә хыяллана. Гөлшат ауыл мәктәбенең 4-се класында белем ала. Ул шахмат уйнарға ярата, ҡурай түңәрәгенә йөрөй, бейей ҙә, йырлай ҙа. Гөлназға - алты, Аделинаға 3 йәш. Ауылда балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан әлегә әсәләре янында өйҙә ултыралар. Алты ҡыҙ араһында көтөп алынған, бер бөртөк малай булып үҫеп килгән Эльдарға 4 ай була. Йорт биҙәге, ғаилә йәме булған ҡыҙҙар иһә әсәйҙәренең уң ҡулы, ярҙамсыһы. Улар өйҙә ярҙамлашып ҡына ҡалмай, ҡустыларын да ҡараша. Балаларҙан башҡа тормошто күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел, ти әсә.
Тормош иптәше эштә саҡта донъяны Марина үҙе алып бара. Ҡураһында һарыҡ, кәзә көтәләр. Кәзәләрҙе иртәле-кисле һауып, һөтөн эшкәртеп тә ала, сәйгә ҡушып та эсәләр. Баҡса тултырып сәскә лә сәсәләр, йәшелсә-емешен дә үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма-салаттар әҙерләп ҡуялар.
Ир менән ҡатын, бала ме­нән ата-әсә араһындағы йы­лы мөнәсәбәт бөркөлә был ғаиләнән. Улар ҡабыҙған ғаи­лә усағы һүрелмәһен, ки­лә­сәктә лә бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен ихтирам итеп йәшәргә яҙһын.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас